VII Бөтә Рәсәй театр тураһындағы әҙәбиәт өлкәһендәге “Театр романы-2020” премияһы лауреаттары асыҡланды. Улар араһында республикабыҙҙан Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова бар.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова “Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – 100 йыл. Тарих һәм хәҙерге осор очерктары” тигән китабы өсөн Бөтә Рәсәй "Театр романы-2020 " лауреаты тип танылды. Әлегә был дәрәжәле премия Рәсәйҙә лә, сит илдә лә театр өлкәһендәге иң ҙур мәртәбәле награда тип иҫәпләнә.
Быйыл Рәсәйҙең төрлө театрҙарының тарихын сағылдырған 138 китап араһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тарихына арналған күләмле хеҙмәт, һайлап алыу турын уңышлы үтеп, тәүҙә 79 монография араһынан жюри ағзалары тарафынан икенсе турға үтте. Аҙаҡ 10 монография араһында финалға сыҡты һәм еңеүсе тип танылды.
“Был китапта Вәлиулла Мортазиндың (Иманский) дүрт балаһының һәм уның йәш ҡатынының яҙмышы, Аҡтаныш башҡорто Мөхтәр Мутиндың талант һәм яҙмыш фажиғәһе сағылдырылған. Хәҙерге Федоровка районының Юлдаш ауылындағы “Ҡыҙыл ҡойо”нан үлер алдынан һуңғы тамсы һыу эсәм тип Ташкенттан ҡайтҡан Исхаҡ Зәйни яҙмышы һүрәтләнә. Мәкәрим Мәһәҙиевтең билдәһеҙ яҙмышы һәм атаһынан биш көн алда, 1938 йылдың 5 июлендә, Нерчинск ҡалаһы төрмәһендә туҡмалыуҙан һәләк булған Үзбәк Мортазиндың (Вәлиулла Мортазиндың улы) һәм башҡалар тураһында был китап, – ти Гөлсәсәк Саламатова. – Жюри ағзалары хаҡлы: беҙ театр тарихына арналған китаптың һәр битен: “Бында башҡорт халҡының асылы ята. Уның уңышы ла, даны ла, юғалтыуҙары ла беҙ йәшәгән дәүергә бәйле”, – тип яҙҙыҡ”.
Әйткәндәй, был премияның эксперт советына, жюриға билдәле театр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Райкин.