Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Декабрь 2020, 17:15

Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл асылды

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эшлекле сәфәре барышында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Урал аръяғы райондарына эшлекле сәфәре барышында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Шулай уҡ Икенсе Этҡолда капиталь төҙөкләндереүҙән һуң ауыл мәҙәниәт йортон асыуҙа ҡатнашты.
Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыуға Башҡортостанда 1,3 миллиард һум аҡса бүленгән. Уның күп өлөшө тотонолған да инде. Әле дүрт мәҙәниәт усағын яңыртыу эштәре тамамлана. 14 балалар сәнғәт мәктәбе, өс колледж музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Биш күсмә автоклуб һатып алынған. Дүрт моделле китапхана асылған, алты кино залы заманса төҙөкләндерелгән, өс виртуаль концерт залы эшләй башлаған. Быларҙан тыш, 700-гә яҡын мәҙәниәт хеҙмәткәре белемен камиллаштырған.
“Мәҙәни мөхит” республика проектына ярашлы, ауыл һәм ҡалаларҙа бер яңы мәҙәниәт усағы төҙөлгән, 15-ендә капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Улар иҫәбендә – Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йорто.
Ауыл клубы 90-сы йылдарҙа төҙөлгән. Иҫкерә башлау сәбәпле, ағымдағы йылдың апрелендә бында капиталь ремонт эштәре башланған. Клуб бинаһы яңыртылып, эргә-тирәһе лә йәмләндерелгән. Был эштәргә яҡынса 16 миллион һум сарыф ителгән.
Матди-техник база ла нығытылған. Яңы музыка һәм яҡтылыҡ техникаһы алынған, тамашасылар залы яңыртылған, интерактив, спорт һәм уйын ҡорамалдары ҡуйылған.
“Мәҙәниәт” милли проектына бәләкәй ауылдар ҙа индерелеүе ҡыуаныслы. Ауылда сифатлы, ҡыҙыҡлы мөхит барлыҡҡа килә. Ул мәҙәни ял итеү алымдарын төрләндереп, ҡайһы бер социаль етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә лә ярҙам итер, – тип билдәләне И. Тажетдинов. – Яңы мәҙәниәт йорто асылыу – ауыл халҡы өсөн ныҡ көтөлгән, сағыу ваҡиға. Был яратҡан ижади эшең – бейеү, йырлау, театр менән шөғөлләнеүгә ҙурыраҡ мөмкинлектәр бирә. Үҫеп килгән быуындың клуб эшмәкәрлегенә йәлеп ителгәнлеге мөһим”.
Клуб алдында Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл дә асылды (икенсе Этҡолға нигеҙ һалған Этҡол Айытғужиндың ағаһы). Ул Бөрйән улысының старшинаһы, батыр, башҡорт тарханы булараҡ билдәле. Һәйкәлдең скульпторы – билдәле ижад әһеле Өлфәт Ҡобағошов.
Мәғлүмәт һәм фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас