Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы - яугир-шағир Батыр Вәлид исемен мәңгеләштереү, шағирҙың яҡташтары араһында талантлы шәхестәрҙе асыҡлау, уларҙың ижадын үҫтереү, башҡорт халҡының рухи донъяһын байытыу маҡсатында 1997 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә булдырылды. Был премияға 1997-2013 йылдарҙа хеҙмәте, ижады менән әҙәбиәткә, сәнғәткә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр, коллективтар лайыҡ була. Премияның тәүге лауреаттары: әҙәбиәт өлкәһендә - Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев, Баймаҡ районы тураһында шиғырҙар шәлкеме һәм яугир Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған поэмаһы өсөн; сәнғәт өлкәһендә - “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалауҙа әүҙем эшләгәне өсөн бирелә. Төрлө сәбәптәр айҡанлы, премия бер нисә йыл туҡталып тора.
Быйыл, 2020 йылда, яугир-шағир Батыр Вәлидтең тыуыуына - 115 йыл тулды. Хәтер һәм дан йылын билдәләгәндә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы яугир-шағир Батыр Вәлидтең исеме айырым иғтибарға лайыҡ. Билдәле яҡташыбыҙҙың рухын мәңгеләштереү буйынса эште йәнләндереү маҡсатынан районда уның исемендәге абруйлы премияны тапшырыу традицияһы дауам итә. Кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ҡабул ителде, шулай уҡ “Баймакский вестник” район гәзитендә баҫылды. Шулай итеп, абруйлы комиссия ҡарары нигеҙендә райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһына әҙәбиәт өлкәһендә крайҙы өйрәнеүсе, “Руководители-аграрии”, “Зилаирская летопись. История легендарного совхоза. Судьбы”, Мерәҫ, Ниғәмәт һ.б. ауылдарҙың тарихын яҡтыртыусы китаптарҙың төп авторҙарының береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булыусы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов һәм сәнғәт өлкәһендә 20 йыллыҡ тарихы булған, район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары, йыр бәйгеләре лауреаты исеменә лайыҡлы, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә педагог Светлана Рәшит ҡыҙы Үтәева етәкселегендә эшләп килгән “Вдохновение” балалар өлгөлө вокал ансамбле лайыҡ булды. Абруйлы премияны район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев тапшырҙы.