Кисә Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуында тура эфирҙа сығыш яһаны. Полина Гагарина командаһындағы 17 йәшлек яҡташыбыҙ Ирина Дубцованың “Уның хаҡында” тигән йырын бик оҫта башҡарҙы.
Был йыр Ирина Дубцованың 2005 йылғы дебют альбомына индерелгән. Йырға һүҙҙәреҙе лә, музыканы ла үҙе яҙған. Ә Нефтекама ҡыҙы Яна сағыу сығышы һөҙөмтәһендә финалға сыҡты.
Полина Гагарина Янаға 60 процентлы бонус “бүләк итһә”, тағы тамашасыларҙың 60 проценты йәш йырсы өсөн тауыш бирҙе. Ә тамашасылар үҙҙәренең яратҡан йырсыһы өсөн тауыш биргән ваҡытта Яна Ғәббәсова һәм Тверь өлкәһенән Кирилл Суслов билдәле йырсы Григорий Лепс менән бергә сығыш яһаны. Шулай итеп, яҡташыбыҙ 120 процент тауыш йыйып, финалға сыҡты.
Был көндө танылған тағы яҡташыбыҙ опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов та, ҡунаҡ булараҡ, “Тауыш” тапшырыуында сығыш яһаны.
Әйткәндәй, “Тауыш” тапшырыуының финалы 30 декабрҙә тура эфирҙа буласаҡ.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ: