Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Декабрь 2020, 15:00

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында китаптар донъя күрә башлай

Был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов хәбәр итте

Был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов хәбәр итте
“Китап” нәшриәтендә “Башҡортостандың күренекле шәхестәре” серияһында арҙаҡлы шәхестәр, уларҙың тормош юлы, ижады, эшмәкәрлеге тураһында китаптар баҫыла башланы. Тәүгеләре Ш.Бабичҡа (Рауил Бикбаев хеҙмәте), М.Ғафуриға арналған (Флүр Сибәғәтов).
“Бындай китаптар сығарыу мәсьәләһе күптән өлгөрөп еткән”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов. Танылған шәхестәрҙең юбилей даталары еткәндә уларҙың художестволы әҫәрҙәрен генә түгел, ә биографияларына ҡағылышлы хеҙмәттәр баҫтырырға тырышырҙарын да билдәләне.
Был серияла донъя күрер китаптар шағир-яҙыусыларға ғына түгел, ә билдәле хәрбиҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә лә арналасаҡ. “Бындай шәхестәребеҙҙең һәр ҡайһыһының тормошо, ижады, батырлыҡ, ҡаҙаныштарының ентекле өйрәнелмәүе генә проблема булып тора. Ғилми биография яҙыу – еңел булмаған, әммә шуның менән бергә мөһим дә, изге лә эш”, – тип билдәләне вице-премьер.
Фото: “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәнән.
Читайте нас