Ислам башлап тынлыҡты өҙҙө:
– Илсеғолға яҡын тирәнән берәйһен осратһам, бәлки, тип уйлағайным. Бер кем дә юҡ. Был лагерға килеүем дә шуның өсөн генә ине, – малай ҡарашын күтәреп, төн ҡараңғылығына текләне.
– Ислам, беләһеңме нимә, мин бит Илсеғолға күрше генә ятҡан ауылдан.
Исламды был хәбәр ҡыуандырҙы буғай, еңел генә Айсыуаҡтың ҡуйынынан ысҡынып, тороп уҡ баҫты:
Өмөт осҡоно сағылды малайҙың күҙҙәрендә.
– Ағай, ярҙам итһәгеҙсе миңә?
Ислам, ауыр уфтанып, кире урынына ултырҙы.
– Айсыуаҡ ағай, мин үҙ атайым менән әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Белмәнем мин үҙемдең үкһеҙ етем икәнлегемде. Әйтмәне әлеге әсәй тигән кешем һәм атай тип атағаным, – тыңлайһыңмы һөйләйем тигәндәй, теле асылды малайҙың. Сүгәләп ултырып, Айсыуаҡтың ара-тирә күҙенә ҡарап хәбәрен теҙҙе. – Бер көн атай эштән ҡабалан ғына ҡайтып инде лә ниндәйҙер документтарын эҙләп бер булды. Иҙәнгә арыуыҡ ҡағыҙҙарын ауҙарып, кәрәген эҙләп тапҡас, атайым, миңә йыйыштырырға ҡушып, эшенә ҡабаланды. Икенсе класта уҡый инем ул мәл. Ҡулыма бер ҡағыҙ эләкте, унда минең исем-шәрифем, үҙемде тәрбиәләгән атай-әсәйемдең исеме һәм мине тыуҙырған әсәйем, атайымдың фамилиялары бар ине.
Шаңҡып ҡалдым, балалыҡ менән аңыма ла әллә ни барып етмәгәндер инде. Ҙурайған һайын уйлана төштөм. Бәлки, бөтөнләй онотолор ҙа ине, осраҡлы ғына бер иртәлә талаш шаһиты булмаһам. Мине йоҡлай тип уйланылар инде. Атай тигән кешем: “Бар коллектив белә минең улым түгел икәнлеген, әйттем бит, алмайыҡ тип, еңмешләнә инең үҙебеҙгә оҡшап үҫер ул, тип, оҡшаны, ти, оҡшамай ней. Булмағас, булмаһын да ҡуйһын ине”, – тине.
Әсәй ҙә шым ҡалманы: “Үҙ туғанымдың балаһын нисек балалар йортона алып барып тапшырайым, әсәйем шулай фарман бирҙе бит”, – тип аҡланды.
Йоҡлағанға һалышып кире юрған аҫтына сумдым. Туйғансы иланым, “үҙ әсәйем менән атайым ҡайҙа икән, ниңә мине быларға биреп киткәндәр?” тип уйлап, уйҙарымдың осона сыға алманым.
Бер нисек тә күҙҙәренә ҡарап дөрөҫөн һорай алманым. Эстән генә үҙ ғәзиздәремде табыу юлын эҙләй башланым. – Ислам башын ҡалҡытып, үҙен тыңлаған ағаһының иғтибарын, аңлауын һорағандай ҡарап ҡуйҙы. – Ағай, мин бит бында атай-әсәйемдең эҙҙәрен эҙләп килдем. Иҫән түгелдәрҙер ул, күңелем ни өсөндөр шулай һиҙенә, ташламаҫ ине мине улар, – Ислам джинсовкаһының еңе менән битен ҡапланы.
Айсыуаҡ үҙен ни тиклем ҡатҡыл тотоп ҡарамаһын, биреште. Битенән аҡҡан ике юлаҡ тамсыға ирек биреп, тубығына тиңдәш сүгәләгән Исламдың башын ҡосаҡланы...
– Сеү, Ислам, илама... егет кеше иламай, йә...
Шырҡ-шырҡ танауын тартҡан Ислам, еңе менән күҙҙәрен һөрткөләп, Айсыуаҡтың ҡулынан ысҡынып, кире эскәмйәгә ҡалҡып ултырҙы. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ебек кенә шул Айсыуаҡ та, нимә тип йыуатып һүҙ әйтһә лә, һытылып илап ебәрерҙәй булып тойолдо. Тамағын ҡырған булып, етдиерәк, ағайҙарса ҡатҡыл тауыш сығарырға тырышып, тороп уҡ баҫты.
– Ислам, әлеге атай-әсәйең һине ҡыйырһытамы әллә? – тип һораған булды.
Малай тамам тынысланды буғай:
– Айсыуаҡ ағай, мине улар тәтәй кеүек итеп кенә ҡарай. Ваҡыттары булһа, иғтибар итәләр, ваҡыттары булмаһа, бөтөнләй иҫтәренә лә алмайҙар. Шыплап тултырылған һыуытҡыстан йәнең ни теләй алып аша, теләгәнеңде һайлап кей, күпме кәрәкһә, шунса картаңдан аҡса тотон, мине һис кем контролдә тотмай. Интернет уйындарына ла сик юҡ, тик мин туйҙым бынан... – Малай, төн ҡараһына ҡарап, тын ҡалды.
– Ә һин теге табып алған ҡағыҙҙа, ысынлап та, үҙеңде тыуҙырған ата-әсәйең исеме яҙылған, тип уйлайһыңмы? Бәлки, яңылыш аңлағанһыңдыр? Буталғанһыңдыр йә?!
Ислам ауыр уфтанып ҡуйҙы.
– Бала ғына булһам да, ағай, мин күпте күңелем менән һиҙәм, аҡҡа ҡара менән “усыновили” тип яҙылғайны бит. Бары исемемде генә үҙгәртмәгәндәр. Миңә сама менән ике йәш тирәһендә фамилиям, атайымдың исеме яңыртылған. Ялсыҡаев Рамаҙан Рафиҡ улы – минең ысын атайым, Ялсыҡаева Менәүәрә Шәүҡәт ҡыҙы – әсәйем. Ун ике йыл мин бар районға билдәле кооператив директоры Сабуров Ринат Маратовичтың улы – Сабуров Ислам Ринатович булып йөрөйөм.
– Ә һин әсәйеңдән берәй яйын табып һорап ҡарағаның булманымы? Шул-шул ҡағыҙҙы күргәйнем тип.
– Бер ынтылдым мин, тик әсәй нимәгәлер шунда уҡ ҡыҙып-туҙып: “Мин һинең әсәйең! Мин!” – тип яр һалды. Атайым эштә ине. Башҡаса һорашманым...
Һалҡын һауа тик ултырһаң ҡалтырата, эскәмйәләге икәү һүҙһеҙ бер-береһен аңлап, бер-бер артлы һуҡмаҡҡа төшөп, биләмә сиге буйлап атлап китте. Ара-тирә күл ситендә ҡысҡырышҡан тәлмәрйендәрҙән башҡа тауыш ишетелмәй. Аяҡ тауышын ишетеп, ашхана мөйөшөндә ойоп ятҡан, хеҙмәткәрҙәргә эйәреп килгән сәүек көсөк ләүек-ләүек өрөп ҡуйҙы. Лагерь майҙанының ҡап уртаһына килеп, икәү тын һауаға ҡарап туҡтаны. Тынлыҡты Ислам өҙҙө:
– Айсыуаҡ ағай, ә ул Илсеғолдоң бер өйө лә ҡалмағанмы икән ни? Кешеләре ҡайҙа китте икән? – һорауы теге күрше ауыл хаҡында ине. – Эх, бер генә тапҡыр барып, шул Илсеғолдо күрергә ине! – көтмәгәндә Ислам хискә бирелеп үҙ хыялын ысҡындырып һалды.
Ысынын әйткәндә, Айсыуаҡ яҡшылап белмәй шул ул Илсеғол яҡтарын, ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Бары тик бер саҡ һарыҡтарын юғалтҡанда, шуларҙы эҙләп, ул яҡтарға барып сыҡҡайнылар. Илсеғол туғайы тип аңғартҡайны атаһы. Матур, тик нигеҙҙәрен кесерткән-тилебәрән баҫҡан өй урындары ғына ҡалған ул ерҙәрҙә. Колхоз бөткәнлектән, мәктәп-магазин юҡлыҡтан ҡалаға тартылғандыр инде халҡы. Артығын белмәй шул Айсыуаҡ.
Эскерһеҙ малай алдында алдашҡыһы килмәне Айсыуаҡтың:
– Белмәйем шул, Ислам. Ып-ысын ғына белмәйем, – тип уң ҡулын түшенә ҡуйып, ышандырырға тырышты.
– Йәл, бер кем дә белмәй...
Ҡапыл ниҙелер иҫенә төшөргәндәй, Айсыуаҡ ҡул сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Төнгө бишенсе ун минут. Бына-бына көн яҡтыһы болот араһынан йырып килеп сығырына ишара итеп, һауала күгелйем яҡтылыҡ һыҙыла ла башланы.
– Ислам, һиңә ял итергә ваҡыттыр ул? Сәғәт ярым бул тигәйнем дә, яҡтырмаҫ борон ин әле һин бүлмәңә, мине директор йә өлкән воспитка тотһа, бөттө баш! Яраймы? – тип малайға һораулы-инәлеүле ҡарап ҡуйҙы Айсыуаҡ.
– Ярай, ағай, тик ней... – малай ниҙелер әйтеп бөтөрмәй аяҡ аҫтына ҡарап, гүйә, тәғәйен һүҙҙе таба алмай эҙләнде. – Өндәшмәгеҙ инде минең һөйләгәнде бер кемгә лә, йә көлөрҙәр...
– Ислам, ышан миңә, ләм-мим!
Ислам корпус ишегенән инеп юғалғас та, Айсыуаҡ ул ҡалдырған уйҙарҙан арына алманы. Күңелендә нисек булһа ла ошо балаға ярҙам итеү теләге уянды. Ҡолағында бер туҡтауһыҙ Исламдың: “Эх, Илсеғолдо бер генә барып күрергә ине!” – тигәне ҡабатлап яңғыраны...
Ҡалай итһә итте, әммә Айсыуаҡ теләгенә иреште. Директорҙың “уң” яғына сығып, мең инәлеп, ышаныс ҡағыҙы яҙып, ике сәғәт өсөн генә ял сәғәте мәлендә Илсеғол яғына алып барып килеүгә рөхсәт алды. Быйыл ғына “права “ алған Айсыуаҡ атаһының иҫке машинаһын смена араһында ҡайтып-китеп йөрөүгә тип алып килгәйне. Кәрәге тейҙе бит!
Башта Ислам баҙап ҡалды Айсыуаҡ ағаһының был хәбәренә, аҙаҡ осоноп бейеп үк китте. Барыһы ла бүлмәләренә инеп тын ҡалғанда, Айсыуаҡ менән Ислам инде тыптырлашып лагерь биләмәһенән сығып та баралар ине.
Урман юлы йомшаҡ, саң туҙаны ла юҡ. Болотло төнгә алмашҡа йылы көн тыуыуы ла күңелгә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡыуаныс уята. Ниңәлер аяҙ һауа юл уңырына, эҙләгәндәренә ниндәйҙер “зацепка” таба алырҙарына ишара һымаҡ ине.
Килеп еттеләр. Тау итәген тирәсләп ултырған ауылдан ҡалған нигеҙ таштары ғына аунап ята. Арыраҡ зыярат кәртәһе күренә, һерәйешеп ергә ҡаҙалған ҡәбер таштары шомлолоҡ өҫтәй. Унан да ары үҙән, моғайын да, шишмәһе лә барҙыр инде, асыҡ күренмәй.
Ислам машина эсенән сығып, бар тирә-йүнде теткеләп, һәр ерен иҫтә ҡалдырырға самалағандай ҡарап сыҡты. Аяғы аҫтынан эйелеп алған ҡоро сыбыҡты урыҡ-һурыҡ тубығына һуға-һуға атлаған малай, ағаһының машина янында тороп ҡалыуын да аңғармай тау итәгенән үргә атланы. Ирек бирҙе Айсыуаҡ Исламға. Илаһа илап алыр, бәлки, үҙ алдына һөйләнер, тартынмаһын, ихлас бушанһын, тип тороп ҡалыуҙы хуш күрҙе.
Ысынлап та, Ислам күп тә бармай йөҙтүбән ергә ауҙы. Ҡолас йәйеп ерҙе ҡосаҡлаған ҡулдары матҡып үлән йомарлаған. Тик ул ҡулдар уларҙы йолҡмай, шулай тын ҡалған ине...
Ер тауышын тыңлағандай, әле бер, әле икенсе ҡолағын алмашлап ер күкрәгенә ҡуйған малай Айсыуаҡҡа сәйер ҙә кеүек тойолдо.
Бер аҙҙан Ислам ҡалҡып баҫты. Кеҫәһенән ҡиммәтле генә телефонын сығарып, тирә-йүнде фотоға төшөрҙө. Малайҙың аҙымдары зыяратҡа йүнәлгәнен аңлап, Айсыуаҡ машинанан сығып, Исламды ҡыуып етте.