Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 06:00

Донъялар фани ғына...

"Кире ҡайтмай бит ул ғүмерҙәр" тигән һүҙҙәре мине бигерәк тә уйландырҙы, - ти йырсы.

Яңы йылға һәр кем үҙенсә әҙерләнә: кемдер табынға яңы салат рецебын эҙләһә, бәғзеләре яңы йыр тәҡдим итә. Бына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы һәм композитор Рәмил Туйсин күршеһе өйрәткән Радик Ғайсиндың йырын башҡарып, был ғүмерҙең ни тиклем шәп уҙыуын йәнә бер тапҡыр дәлилләй.
Бигерәк тә ағымдағы йылда күптәребеҙ иң яҡын кешеләрен юғалтты, ни тиклем генә тырышһаҡ та, уның артынан йүгерһәк тә "кире ҡайтмай бит ул ғүмерҙәр"икәнлеген аңланыҡ. Шуға күрә был фани тормошта күҙ менән ҡаш араһы ғына булған ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, тормошта йырлап йәшәйек!
Был хаҡта яратҡан йырсыбыҙ Рәмил Туйсин тап шулай йырлай.
Фото: Рәмил Туйсиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас