Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 09:30

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеләсәк

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Хөкүмәткә тейешле программа өҫтөндә эшләргә күрһәтмә бирҙе.

2020 йылда Башҡортостандағы 316 мәҙәниәт усағын заманса үҙгәртеүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә был турала мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Был маҡсатҡа федераль бюджеттан, шул иҫәптән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 335 миллион һум бүленгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға күберәк. 298 мәҙәниәт усағы урындағы бюджеттар иҫәбенә - бөтәһе 92,5 миллион һумға төҙөкләндерелгән.
Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды, милли бейеү, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
2020 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары 10 меңгә яҡын сара үткәргән, тамашасылар һаны дөйөм алғанда 30 миллионға барып еткән. Пандемия шарттарында уларҙың күбеһе онлайн форматта үткәрелеп, мәҙәни ресурстар урынлашҡан селтәрҙәрҙе биш миллион тамашасы инеп ҡараған. Интернет киңлектәрендәге мәҙәни әүҙемлек буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙең ике миллиондан артыҡ кеше йәшәгән төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.
Илдар Абдразаҡов ҡуйған Дж. Вердиҙың “Аттила” операһының Мәскәүҙәге премьераһы йылдың иң иҫтәлекле мәҙәни ваҡиғаһы булды, тиергә мөмкин. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектакле труппаның баш ҡалаға гастроле барышында Ҙур театр сәхнәһендә күрһәтелде.
“Беҙҙең опера һәм балет театры һәр яҙ һайын мәскәүҙәрҙе, унда йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырып торһон, быны йолаға әйләндерергә кәрәк”, – тип билдәләне республика Башлығы.
Әминә Шафиҡова һүҙҙәренә ҡарағанда, был театр өс яңы тамаша әҙерләгән. Улар ҙа киләһе йыл Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта күрһәтелер, тип күҙаллана.
Бынан тыш, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры йыл башында, тәғәйен әйткәндә, ғинуар айында ил баш ҡалаһының Чайковский исемендәге концерт залында, ә сентябрҙә Берлин филармонияһында сығыш яһар, тип көтөлә.
2021 йылға Альбанов исемендәге полярсылар музейын асыу, Рус драма һәм Ҡурсаҡ театрҙарын төҙөкләндереү планға алынған.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ауыл мәҙәниәт йорттарының әүҙем хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программа өҫтөндә эшләү бурысын ҡуйҙы.
БР Башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас