Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 12:30

“Һуңғы йылдарҙа бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине”

2020 йылда 50 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөлгән һәм ғәмәлдәгеләре ремонтланған.

2020 йылда федераль бюджет һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 50 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөлгән һәм ғәмәлдәгеләре ремонтланған.
“Һуңғы йылдарҙа бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине. “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты иҫәбенә беҙ 15 объектты, матди-техник базаны нығытыу йәһәтенән тағы ла 15 мәҙәниәт усағын, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә 20-не төҙөкләндерҙек”, – тине Әминә Шафиҡова оператив кәңәшмә барышында.
Дөйөм алғанда, быйыл милли проектҡа бер миллиард 200 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән. Йыл йомғаҡтары буйынса күҙалланған сараларҙың барыһы ла тормошҡа ашырылған, күрһәткестәргә өлгәшелгән. Ошо аҡсаға ике мәҙәни-ял учреждениеһы асылған, 18 ойошма ремонтланған, биш район автоклубтар менән тәьмин ителгән, дүрт модель китапхана, өс виртуаль концерт залы, алты кинозал асылған. 14 балалар музыка мәктәбе һәм өс колледж музыка уйын ҡоралдары, башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дәүләт ярҙамы коммерцияға ҡарамаған 12 ойошмаға, ике һәүәҫкәр ижад коллективына күрһәтелгән.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас