Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 15:00

Зилә Лира ҡарт өләсәйгә әйләнгән...

"Күҙҙәргә йәш тула..." – ти Рәмил Ғабдулхаҡов.

Пандемия булһа ла, ижад кешеләре эштәрен туҡтатмай. Әлеге ваҡытта “Инеш” (“Исток”) фильмы төшөрөлә. Унда Зилә Лира ҡарт өләсәй ролен башҡара.
– Күңелдәрҙе өҙгөләгән өләсәй. “Инеш” фильмында Зилә Лира башҡарыуында беҙҙең өләсәйҙе шулай итеп кенә һүрәтләргә була. Уның ҡатнашлығында кадрҙар төшөрәбеҙ һәм һәр дублдә күҙгә йәш тула. Шундай шәп актер уйыны – төшөрөүсе төркөм шул мәлдә ниндәйҙер мөһим әйберҙе онотабыҙ, әлегә сер булып ҡалһын, – тип уның оҫталығына һоҡланып яҙа сценарий авторы һәм режиссер Рәмил Ғабдулхаҡов.
Был - Зилә Лираның актер сифатындағы дебют роле. Бынан алда уның үҙе сценарий авторы һәм режиссер булып төшөргән фильмы бар. Уның ғаиләһе ошо сәнғәт өсөн яратылған, ә Зилә үҙе төрлө яҡлап һәләтле. Улы Ян Лира ла Бөйөк Ватан һуғышына арналған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән һәм тиҙҙән уның премьераһы булыр тип көтөлә.
“Инеш” фильмының ижад төркөмө исеменән Зиләгә оло рәхәмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уның ижади ғаиләһенә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ”, – ти Рәмил Ғабдулхаҡов.
Әйткәндәй, Булат Йосопов фильмда төшкән актерҙарҙы юғары баһалаған, ә Зилә Лира үҙенең дебют ролендә абруйлы драматург һәм кинорежиссерҙың айырыуса иғтибарына лайыҡ булған. Булат Йосопов был фильмдың продюсеры булып сығыш яһай.
Ижад төркөмөнә уңыштар теләп, фильмдың да экранға тиҙерәк сығыуын көтәбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.