Билдәле башҡорт-татар эстардаһы йырсыһы Вәсилә Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында донъяға килгән. Бөгөн яратҡан йырсыбыҙға 41 йәш тулған булыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡәһәрле ауырыу 2016 йылдың ғинуарында һандуғасыбыҙҙы мәңгелеккә алып китте. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, тик яҙмыш башҡаса хәл итте.
Уның тормошо, ижады, яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов 2019 йылда “Вәсилә Фәттәхова” тип аталған китап сығарҙы. Автор был йыйынтыҡта йырсы тураһында йылы мәғлүмәттәрҙе туплауға өлгәшкән. Уның Вәсиләнең яҡын әхирәте Әлфинә ҠаҺарманова һөйләгәндәрҙән яҙып алған хәтирәне тәҡдим итәбеҙ.
“Вәсилә менән Учалы музыка мәктәбендә бергә уҡыныҡ, күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Дүрт йыл бергә уҡығас, әхирәттәр булып киттек. 1998 йылда Вәсиләнең атаһы фажиғәле вафат булды. 19 йәшлек ҡыҙ өсөн был оло тетрәндергес ваҡиға булды. Беҙ барыбыҙ ҙа Вәсиләнең оло ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ.
1999 йылда училищены тамамланыҡ. Мин Учалыла ҡалдым, курсташыма кейәүгә сыктым. Вәсилә һеңлеһе Әлфиәне эйәртеп Өфөгә китте. Әлфиә зәңгәр күҙле, һары бөҙрә, алтын һымаҡ сәсле үтә сибәр ҡыҙ ине. Минең ҡыҙым тыуҙы, дуҫым Вәсилә хөрмәтенә уның исемен ҡуштым.
Сәнғәт институтына ла беҙ бер заманда килдек. Башҡорт халҡының бөйөк композиторы Заһир Исмәғилов исемен йөрөткән был уҡыу йортонда дуҫтарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ышанысын аҡларға кәрәк ине. Вәсилә Фәттәхова, Римма Амангилдина һәм мин ситтән тороп уҡыу бүлегенә индек.
Бәхеткә, һәр сессия һайын Вәсиләлә туҡтай инем. Ул кешеләрҙе яратты, яҡташтарҙы күрһә, йөҙө балҡып китә ине. Ул бик сибәр, йыйнаҡ кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле булды. Иптәштәре менән тиҙ уртаҡ тел тапты, дуҫлашты. Беҙҙә үҙе тураһында тик яҡшы фекер ҡалдырҙы. Түҙемле, ауырлыҡтарға сыҙам. Бик һиҙгер, һәр бер кешегә ярҙамға килергә әҙер. Ысын дуҫ. Ул белгән бер сер ҙә ят кешегә сыҡмаҫ. Һөйләшкәндә тыныс һәм йомшаҡ булған тауышы оҡшай ине.
Бүлмәһендә уның һәр ваҡыт тәртип. Тыуған яғын ярата ине. Вәсиләнең тыуған төбәген – Белорет яҡтарын күрһәң, уның ниңә өҙгөләнгәнен аңларһың! Иҫ киткес матур яҡтар!
Беҙҙең бик күп мәсьәләләргә уртаҡ фекеребеҙ бар ине. Бер ваҡытта ла бәхәскә инмәҫ. Тыныс кеше ҡайҙа ла баһалы инде. Беҙ уның ауыр яҙмышы тураһында хәбәрҙар инек, шуға ла һәр беребеҙ Вәсиләгә ҡарата яғымлыраҡ булырға тырыштыҡ. Үҙе лә ярҙамсыл ине. Ундайҙарҙы студент халҡы ихтирам итә.
Бик моңло тауышлы, конкурс-фестивалдәрҙә еңгән. Тауышы үҙенән-үҙе ағыла һымаҡ. Ул йырлағанда һандуғастар тауышын, урмандар шаулауын, һыуҙарҙың сылтырап аҡҡанын ишетергә мөмкин ине. Биргән бит Хоҙай тауышты! Бар ғүмерен сәхнәгә бағышларға ине иҫәбе. Сәнғәт донъяһына уҡып, музыканың нескәлектәрен аңлап инергә теләй был ҡыҙыҡай. Уҡыуҙа ла бик өлгөр. Беренсе йылдарҙан уҡ уның музыкаль әҙерлеге сағыштырмаса юғары булды. Сәнғәт тарихын, композиторҙар әҫәрҙәрен бик еңел һәм оҫта башҡарҙы.
Беҙ уның уңыштарына һөйөнәбеҙ, ғорурланабыҙ. Ул йырлай башлаһа, үҙе лә ошо моң донъяһына күсеп китте. Музыкаль образдарға бик тиҙ инде. Мәктәптә уҡығанда драма әҫәрҙәрендәге йырҙарҙы ятлаған. Бергә уҡыған йылдарҙа башҡарып иҫте китерә ине. Беҙ уның атаҡлы йырсы булып өлгөрәсәген ошо йылдарҙа ук аңланыҡ. Күп яҡлы талант буласағына шик юк ине. Дуҫ ҡыҙҙары Вилена, Елена, Вилиә Вәсиләне яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ.
2006 йылда Әлфиәһен юғалтҡас, ул йөрәгендәге моңон, һағышын таратыр өсөн концерт бригадаһы ойоштороп ебәрҙе. Мине бэк-вокалга ҡуйҙы. Әнүәр менән икеһе ҙур программа төҙөп, “Юбилейный” мәҙәниәт һарайына реклама урынлаштырҙыҡ. Концерт ике көндә лә ҙур уңыш менән үтте. Был уның яңынан сәхнәгә ҡайтыуы булды”.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.