Ошо көндәрҙә Краснокама районының Никольск ауылында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, күп йүнәлешле мәҙәниәт йорто асылды. Был – Краснокама районында ошондай дүртенсе объект.
Яңы мәҙәниәт учреждениеһы 180 урынлыҡ тамаша залын, йәштәр өсөн дискотекалар ойоштороу, шулай уҡ ял һәм аралашыу, балалар өсөн уйын бүлмәләрен, тренажер залын үҙ эсенә ала. Ошонда уҡ ҡасаба-ара китапхана ла урынлашҡан.
Мәҙәниәт йорто асылған көндә музей-күргәҙмә комплексында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре - балаҫтар, биҙәүестәр, мариҙарҙың милли кейеме, бәйләнгән әйберҙәр, ҡурсаҡтар һәм башҡалар ҡуйылғайны.
Никольск ауыл мәҙәниәт йорто нигеҙендә 154 кешенән торған 13 клуб формированиеһы, шул иҫәптән “Яндар памаш” өлгөлө бейеү коллективы эшләй.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Һанлы мәҙәниәт", "Ижади кешеләр" федераль проекттарынан тора.
Фото: culture.bashkortostan.ru