Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай.
Тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Бынан тыш, төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Әйткәндәй, Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы атамаһынан алған.
Шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, әле Башҡортостандың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында уның туғыҙ дәфтәрҙән торған әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары бар.
Шәхестең исеме башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын биләй. “Ғәли Соҡорой, башҡа суфый шағирҙарҙан айырмалы, һәр ваҡыт үҙенең шиғриәтендә тәрән фәлсәфәле йүнәлеште билдәләй. Уның ижадының төп мотивтары – дин, әхлаҡ, суфыйсылыҡ. Үҙенсәлекле әҫәрҙәр ижад иткән. Уларҙа шулай уҡ социаль тормош, халыҡ яҙмышы, йәшәйеше кеүек темалар ҙа сағылыш тапҡан”, – ти Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.
Ғәли Соҡоройҙоң ижадын ғалимдар даими өйрәнгән. Шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов та. Уның ғилми тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Өҫтәүенә Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты ла ул.
“Ғәли Соҡорой туранан-тура, беҙ - башҡорттар, тип әйткән. Һәм ошо хаҡта бер нисә яҙмаһында теркәп ҡалдырған. Ирәкте, урман башҡорттары беҙ, тигән. Үҙе иҫән саҡта биш китабы донъя күргән, вафат булғанынан һуң да ҡат-ҡат нәшер ителгәндәр. ХХ быуат башына 13 китабы сыҡҡан. Киләсәктә уның ижады тағы ентеклерәк өйрәнелер, халыҡҡа еткерелер тигән өмөттәмен”, – ти Миңлеғәли Нәҙерғолов.