Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ғинуар 2021, 13:15

"Кейековтар затынан икәнемде белә инем"

Тәтешле районынан Бәхтигәрәй Арманшин мәшһүр мәғрифәтсе Ғәле Соҡорой хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр еткерҙе?

Элек Урман-Гәрәй, Ирәкте һәм Ҡыр-Танып улустарына ҡараған хәҙерге Тәтешле районы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Баш ҡалабыҙҙан – 209 километр, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь крайы) 25 километр алыҫлыҡта ята.
“Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы – крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бар тапҡан ваҡытымды вә хәл, вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, Ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...” – тип яҙған үҙ заманында мәшһүр мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой.
Бына ошо бәрәкәтле Тәтешле ерендә тыуып үҫкән ул. Ғәли Соҡорой - Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу яулаған башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле. Быйыл уның тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар көтөлә. Әйткәндәй, Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков) 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫонда (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы) башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса, уларҙың ата-бабалары Ирәкте башҡорт ырыуы ханы Иҫәнгә барып тоташа.
Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа республиканың шәжәрә байрамында еңгән, Бөтә Рәсәй кимәлендә “Ауыл ғаиләһе” номи­нацияһы лауреаттары Земфира һәм Бәхтигәрәй Арманшиндар йәшәй. Улар тотош ғүмерен тарих сылбырҙарын тергеҙеүгә, нәҫел ептәрен барлауға арнаған. Ғаилә башлығын – шәжәрәләр конкурсында Гран-при яулаған Бәхтигәрәй Арманшинды хәҙер республикабыҙ халҡы ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә яҡшы белә. “Мәшһүр мәғрифәтсе Ғәле Соҡорой беҙгә шәжәрәне эшләп ҡалдырған. Үҙемдең Ғарифулла Кейековтың затынан икәнлегемде белә инем. 1868 йылдан алып 1912 йылға тиклемге метрикаларҙы ҡарап, шәжәрәне тупланым. Барлығы ике меңгә яҡын кеше булды. Туғыҙ быуынға тиклем эшләнем”, – ти Бәхтигәрәй Сәхипгәрәй улы.
Шулай итеп, Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылынан Бәхтигәрәй Арманшин шәжәрәһен өйрәнеп, туғыҙ быуынын асыҡлаған. Уның нәҫеле, Кейековтар, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға барып тоташа. Бәхтигәрәй Арманшин архив документтары ярҙамында Ирәкте-Урман башҡорттары ырыуынан булыуын иҫбатлай алған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас