Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2021, 16:30

Бәхил бул, хөрмәтле шәхесебеҙ...

Башҡортостандың халыҡ артисы 60-сы йәшендә ҡаты сирләгәндән һуң вафат булды.

Ҡыҙғаныс, өрлөктәй ирҙәр, бына тигән арҙаҡлы шәхестәр бик иртә арабыҙҙан китә... Өфөлә билдәле дирижер, Башҡортостандың Милли симфоник оркестрына нигеҙ һалған халыҡ артисы Таһир Камалов 60-сы йәшендә ҡаты сирләгәндән һуң вафат булды. Хеҙмәттәштәренең әйтеүенсә, ул коронавирус эҙемтәләре менән көрәшкән, табиптар ҡулынан килгән бөтә эште башҡарһа ла, үкенескә ҡаршы, уны ҡотҡара алмаған.
Таһир Камалов 1962 йылда донъяға килә. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм Рәсәйҙең Гнесиндар исемендәге музыка академияһында уҡый, Ҡазан консерваторияһында опера-симфоник дирижерлыҡ класы буйынса профессор Фуат Мансуровта стажировка үтә.
1989 - 1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры дирижеры булып эшләй. 1992 - 1994 йылдарҙа “Шәреҡ” симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, 1994 - 1996 йылдарҙа Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры, 1996 - 2011 йылдарҙа Башҡортостан Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры булып хеҙмәт итә. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, студенттарҙың симфоник оркестрына етәкселек итә.
Таһир Тәүзәх улы Камаловтың башҡорт симфоник музыкаһын үҫтереүгә һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның ҡатнашлығында альбомдар, антология, композиторҙар тураһындағы телефильмдарға музыка һәм башҡа ижад емештәре донъя күрә. Әллә күпме симфоник, хор музыкаһы фестивалдәрен ойоштороуҙа ҡатнаша, уларға етәкселек итә. Таһир Тәүзәх улы Германия, Польша, Украина, Швейцария, Япония илдәренең симфоник оркестрҙары менән сығыш яһай. Башҡарыусылар һәм дирижерҙарҙың халыҡ-ара конкурс лауреаты була, 1995 йылда уға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелә.
Оло шәхестең яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ, оло ҡайғыларын ысын күңелдән уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас