2012 йылда "Байыҡ" бейеү конкурсында "Генерал Игзаков" бейеүе менән Гран-при яулаған малайҙы хәтерләйһегеҙме? Уны башҡарған Денис Әхмәтов ай ярым элек ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, аңын юғалтҡан хәлдә дауаханала ятты.
Комалағы 19 йәшлек егеткә тоташтырылған яһалма тын алдырыу аппаратын һүндерергә лә уйлап бөткәндәр. Әммә нимәлер табиптарҙы ла, туғандарын да был ғәмәлдән тотҡарлап ҡалған. Бәхеткә күрә, ул аңына килгән!
Әбйәлил районының Байым ауылынан булған Денис Белорет ҡалаһында медицина колледжында уҡып йөрөгән, армияға китергә тейеш булған. Әммә хәҙер уға реабилитация үтер өсөн күп кенә сығым талап ителә. Талантлы милләттәшебеҙгә ярҙам итәйек!