Сибайҙа күп милләтле халыҡ йәшәй, бында һәр конфессия вәкилдәре үҙҙәренең байрамын лайыҡлы билдәләй. Бөгөн ҡаланың православие вәкилдәре Христос Раштыуаһы байрамын ҡаршылай. Ҡаланың "Ҡыуаныс һәм Йыуаныс" сиркәүендә барлыҡ һаҡланыу саралары күҙәтелеп, кисә православие динен тотоусылар йыйылды. Бөгөн иһә Раштыуа концерттары үтә. Әйткәндәй, Сибайҙа йыл һайын Христос Раштыуа байрамында концерттар ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Был көндә христиан динен тотоусылар бер-береһен байрам менән ҡотлай, матур теләктәр әйтә, ғаилә табындары ойоштора.
"Ҡыуаныс һәм Йыуаныс" сиркәүе протоиеры Димитрий Шилкин белдереүенсә, былтыр сиркәү алды төҙөкләндерелгән, уның янында фонтан ҡуйылған, Самарянки статуяһы урынлаштырылған. Яңы йыл алдынан сиркәүҙең эсенә косметик ремонт яһалған.
Димитрий Шилкин барлыҡ православие вәкилдәрен изге Раштыуа байрамы менән ҡотлай һәм һәр йортта тыныслыҡ һәм татыулыҡ булыуын теләй.