Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ғинуар 2021, 14:30

Балалар рәхәтләнеп уйнаны

"Тулҡын” паркында һәм “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта төрлө уйындар, бәйгеләр ойошторолдо.

Сабыйы буш ваҡытын ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле шөғөл менән үткәрә икән, ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ. Тиҫтерҙәре менән аралашыу һөҙөмтәһендә баланың күңеле күтәрелә, ул мәҙәни тәрбиә ала икән, был икеләтә шатлыҡ. Ошо маҡсатта Өфөнөң Ленин районында балалар өсөн күңел асыу саралары ойошторолдо.
Бөгөн, 10 ғинуарҙа, “Тулҡын” паркында һәм “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта төрлө уйындар, бәйгеләр, конкурстар уҙғарылды. Балалар саф һауала көс-ҡеүәт алды, һаулығын нығытты.
Республикала яңы йыл байрамы осоронда йылдам үткәрелгән ошондай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: ufacity.info
Читайте нас