Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарына бәйле оҙон ялдарға йомғаҡтар яһалды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үткәрелгән мәҙәни саралар тураһында һөйләне.
Ял көндәрендә 460 Яңы йыл сараһы үткән, уларҙа 155 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Алдан уҡ махсус порталда “Яңы йыл саралары календары” булдырылды. Унда 25 декабрҙән алып 14 ғинуарға тиклем үткән саралар билдәләнгән. Календарға дөйөм алғанда 30 мең самаһы сара индерелгән. Онлайн тәртибендә ойошторолғандарында 115 мең кеше ҡатнашҡан.
– Быйыл Башҡортостан “Елки-Арт” “Һәр ихатала байрам” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул “Таврида” резиденттары һәм “Мәҙәниәт ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре менән берлектә ойошторолдо. Өфө илдең был акция үткән биш ҡалаһы иҫәбенә инде, – тине министр.
Былтыр республиканың биш районы – Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле – автоклубтар алғайны. Уларҙың бөтәһе лә Яңы йыл сараларын үткәреүҙә әүҙем файҙаланылған. Шул иҫәптән райондың алыҫтағы клубтары булмаған бәләкәй ауылдарына ла барғандар.
Барлыҡ дәүләт театр-концерт учреждениеларында тамашалар, спектаклдәр, концерт һәм күңел асыу программалары үткәрелгән. Бөтәһе лә санитар талаптарҙы үтәп ойошторолған, залдағы кешеләр һаны 30 проценттан артмаған. Әйткәндәй, балалар өсөн әҙерләнгән сараларға кешеләр бик килмәүе сәбәпле, уларҙың ҡайһы берҙәре үткәрелмәгән.
Ҡайһы бер райондарҙа Яңы йыл саралары урамда ғына ойошторолған. Был исемлеккә 31 район ингән. Ҡалғандарында мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында үткәреү рөхсәт ителгән. Күп кенә муниципалитеттар, ауылдар үҙҙәре төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәргән. Мәҫәлән, быйма менән хоккей уйнаған, саналар биҙәү, костюм бәйгеләре ойошторған.