Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ғинуар 2021, 20:45

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейем коллекцияһы тергеҙелде

Был мөһим эште Туймазы ҡалаһының “Тамға” ижади берекмәһе башҡарҙы, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.

Был мөһим эште Туймазы ҡалаһының “Тамға” ижади берекмәһе башҡарҙы, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.
“Тамға” ижади берекмәһе башҡорттарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын өйрәнеү, заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, текстиль продукцияһы әҙерләй. Атап әйткәндә, берекмә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемен өйрәнеү һәм тегеү менән шөғөлләнә. Төркөм етәксеһе Зөлфиә Краснова был төбәк башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһы, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләгән.
“Башҡорт ырыуҙарының кейем үҙенсәлектәре хужалыҡ төрөнә, климат шарттарына, географияға бәйле. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы йомшаҡ климат, убалы тигеҙлек ер эшкәртеү киң таралыуға килтерә. Шуға ла был төбәк халҡы кейемендә киндер һәм етендән һуғылған туҡыма өҫтөнлөк итә. Борон тегеү станогының киңлеге 38–42 сантиметр була, ошо сәбәпле кейем бер тигеҙ таҫмаларҙан, ҡатмар ҡушмайынса тегелә. Бынан тыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемендә төбәктә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен күрәбеҙ. Беҙҙең кейемдәрҙәге удмурт, мари һәм татар мотивтары булыуы уларҙы айырып тора", — ти ул.
Мәғлүмәт һәм фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.
Читайте нас