XIX быуаттың икенсе яртыһында билдәлелек яулаған башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, ғалим, дин әһеле, Ирәкте (Ҡара-Табын) ырыуы башҡорто Ғәли Соҡорой нәҫелдәре үҙ тамырҙары менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына бара, шәжәрәһен өйрәнә. Социаль селтәрҙәрҙә тарихи тамырҙарына күҙ һалған, туған халҡын үҙе өсөн яңынан асҡан кешеләрҙең яҙмалары шул хаҡта һөйләй. Улар араһында үҫеп килгән быуын вәкилдәре осрауы айырыуса ҡыуандыра. Бына, мәҫәлән, Линур Ғаяновтың сәхифәһенән яҙма:
“Электән үҙемдең Ғәли Соҡоройҙоң тоҡомо икәнемде белһәм дә, тамырҙарым, халҡымдың үткәне менән ҡыҙыҡһынмай инем. Әммә күренекле ғалимдарҙың фекерен белгәс, аңланым: ырыуыбыҙ тарихы бик бай һәм мин уның шәжәрәһен дауам итергә тейешмен”, – тип яҙа Линур. “Беҙ, ысынлап та, урман башҡорттары! Беҙҙә бик тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Ырыу шәжәрәһен дауам иткән Ғәли Соҡорой беҙгә бик ҙур мираҫ ҡалдырған. Көслө һәм күп тармаҡлы нәҫелебеҙгә тоғро ҡалайыҡ”, – ти ул сәхифәһендә һәм башҡорт телен өйрәнергә киң мөмкинлектәр биргән мобиль ҡушымталарҙы тәҡдим итә.
Фото: геройҙың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.