Бөгөн төндә “Ералаш”тың художество етәксеһе Борис Грачевский вафат булды. Был турала уның ҡатыны Екатерина Белоцерковская белдергән. Уның дуҫы, артист Владимир Долинский хәбәр итеүенсә, билдәле режиссер коронавирустан үлгән. Борис Грачевскийға 72 йәш ине.
Кинорежиссер, сценарий оҫтаһы һәм “Ералаш” балалар киножурналының художество етәксеһе Борис Грачевский дауаханаға 27 декабрҙә үк эләгә. Ике көн үткәс реанимацияға күсерәләр, ә 7 ғинуарҙа үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Был ваҡытта ул үҙаллы тын ала алмай башлай.
11 ғинуарҙа ул аңына килә, тик ҡапыл тағы хәле хөртәйә башлай. Грачевскийҙы икенсе реанимацияға күсерәләр һәм ЭКМО аппаратына тоташтыралар. Был ҡорамал ҡан аша организмды кислород менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта уны яһалма медикамент комаһына ебәрәләр. Һәм бөгөн төндә ул аңына килмәйенсә вафат була.
Үҙенең карьераһын Борис Грачевский төшөрөү төркөмөнөң администраторы һәм директоры вазифаһынан башлай. Василий Шукшин, Александр Роу һәм Марк Донскойҙың фильмдарын төшөрөүҙә ҡатнаша. 1974 йылда драматург Александр Хмелик менән берлектә “Ералаш” балалар юмористик киножурналын барлыҡҡа килтерәләр. Әллә нисә быуын балалары ошо ҡыҫҡа көлкөлө фильмдарҙы ҡарап үҫте.
Грачевский киножурнал өсөн 11 сценарий яҙған, бер нисә роль уйнаған, шулай уҡ ҡуйыусы режиссер булараҡ ҡатнашҡан. Уның шулай уҡ “Социаль реклама” тип аталған үҙ автор проекты бар, бер нисә документаль һәм нәфис фильм төшөргән. 2017 йылдан алып балалар КВН-ы жюриһы составында, төрлө телевизион проекттарҙа ҡатнашҡан.
Билдәле режиссерҙың 36 йәшлек ҡатыны Екатерина һәм туғыҙ айлыҡ улы ҡалған. Бынан тыш, Грачевскийҙың элекке ҡатыны Аннанан һигеҙ йәшлек ҡыҙы Василиса бар. Ул шулай уҡ олатай булып та өлгөргән. Тәүге ҡатыны Галина менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләгән, ҡыҙы Ксения уға ейән бүләк иткән.