Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтең ғаиләһендә йәнә оло юғалтыу: кисә йырсының атаһы вафат булған. Был хаҡта ул үҙенең социаль сәхифәһендә белдергән.
"17.01.21.Иртәнге сәғәт 9-ҙа Атайым беҙҙе ташлап китте. Бушлыҡ. Әлегә бер ни ҙә аңламайым, ауыр. Бәлки, мине бөгөнгө концерт өсөн ҡайһы берәүҙәр мине әрләр, ләкин тамашасыма ҡайғымды белдерергә хаҡым юҡ ине. Иртәгә атайымды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мин ғорурмын Мәрүән улы булыуыма. Әсәйем. Атайым. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Алла бирһә, һәр бер концертым менән, белгән доғаларым менән һеҙҙе данлап йәшәйәсәкмен. Бөгөндән мин етем".
Әйткәндәй, йырсы үҙенең ата-әсәһе тураһында бик матур иҫтәлектәре, уларҙың ҡауышыу-танышыу миҙгелдәре хаҡында "Инстаграм"да бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты. Бына нимә ти ул үҙенең ҡәҙерлеләре тураһында:
"Атай менән әсәй бик иртә өйләнешә. Атайыбыҙ йәштән атайһыҙ ҡала, шул сәбәпле ул ғаиләһе өсөн берҙән-бер терәк һәм ярҙамсы була. Йәшләй үгеҙ егеп утын алып ҡайтырға йөрөй. 18 йәш тулғас, дәү әсәйем һәм туғандарыбыҙ күрше ауылда әсәйҙе күреп ҡала һәм оҡшатып, атай өсөн урлап алып ҡайталар.
Шул көндән алып улар бер-береһенән айырылмайынса, аңлашып 60 йыл ғүмер итә. Төрлө ауырлыҡтар булһа ла, һәр ваҡыт бер-береһенә тоғро ҡалып, өҙөлөп торалар.Әсәй ғаиләлә лидер булһа ла, атайҙан уҙып бер нимә лә эшләмәне. Атай йоҡлаһа, беҙ тауыш-тынһыҙ ғына йөрөргә тейеш, атай табынға ултырмайынса бер кем дә ризыҡҡа тотонмай.
Бик бай йәшәмәһәк тә, табыныбыҙ һәр саҡ мул ине. Атай һарыҡ көттө, әсәйебеҙ сөгөлдөр баҫыуында хеҙмәт итте. Беҙ ҙә бәләкәйҙән эшләп үҫтек, тик ултырманыҡ. Атай-әсәй биш балаһын тейешле тәрбиә биреп үҫтерҙе. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәт".
Былтыр йырсы үҙенең яратҡан әсәһен юғалтҡайны, әле - атаһын. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыларының береһе Әнүәр Нурғәлиевтең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: Әнүәр Нурғәлиевтең сәхифәһенән.