Бөгөн Башҡортостанда мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә үткән йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау һәм быйылға планлаштырылған саралар буйынса республиканың төп мәғлүмәт саралары ҡатнашлығында брифинг үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ҡатнашты.
Азат Бадранов, үткән йыл һөҙөмтәләрен барлап, пандемияға ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе мәҙәниәт өлкәһе уңышлы йырып сыҡты, тип билдәләне.
“Эште яңы форматта – онлайн тәртиптә ҡороу ҙа яҡшы атҡарылды. Тамашасылар менән аралашыуҙы өҙмәҫ өсөн яңы алымдар уйлап табылды. Мәҙәни-мәғрифәти сараларҙың күбеһе онлайн һәм ТВ форматта алып барылды”, – тине ул.
Интернет-сығанаҡтарға мөрәжәғәт иткәндәр һаны биш тапҡырға артып, ун миллиондан ашыу тип теркәлгән. Интернет киңлектәрендәге мәҙәни әүҙемлек буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙең ике миллиондан ашыу кеше йәшәгән төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләгән. “Өлкәне финанслау ҙа һуңғы йылдарҙа арттырылды, – тине Азат Шамил улы. – Быға федераль аҡсаны йәлеп итеүҙе арттырыу иҫәбенә лә өлгәшеп булыуы шатландыра. 2020 йылда 355 миллион һум аҡса йәлеп ителде. Уның 219 миллион ярым һумы – “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға күберәк”.
Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлауға ла ҙур иғтибар бүленә. “Беҙҙә Рәсәй төбәктәре араһында беренселәрҙән булып “Матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһында” закон ҡабул ителде”, – тип билдәләне Азат Бадранов. 2021 йылға килгәндә, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур даталар көтөлә. Билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, философ Сергей Аксаковтың – 230, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың – 190, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығына арналған саралар үткәреләсәк.
Фотола: Ғәскәровсыларҙың онлайн-концертын 3500 кеше онлайн тәртиптә ҡараған, тип билдәләнде (kulturarb.rb сайтынан).