“Төп эштәр залда – театрҙың "йөрәге"ндә тип әйтәйек, башҡарылырға тейеш. Сәхнәне яңыртыу буйынса ла күләмле эштәр көтөлә. Залда акустика яҡшы, уныһын барыһы ла белә. Бына шуны һаҡлап ҡалырға тырышырбыҙ. Кесе залда ла йүнәтеү эштәре үткәреләсәк. Инженер селтәрҙәре театр төҙөлгәндән алып алыштырылмаған, улар ҙа яңыртыласаҡ”, – тине Әминә Шафиҡова. Ул проект-смета документтары әҙерләнгәне хаҡында ла белдерҙе.