Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Января 2021, 16:30

Зөһрә Бураҡаева яңы вазифаға һайланды

Союз рәйесе вазифаһына ике кеше дәғүә иткән.

Бөгөн Башҡортостан Кинематографистары союзының отчет-һайлау кәңәшмәһе уҙҙы. Сара офлайн һәм онлайн тәртиптә барҙы.
Башҡортостан Кинематографистары союзы рәйесе вазифаһына ике кеше дәғүә иткән – режиссер Айнур Асҡаров һәм драматург, сценарийҙар авторы Зөһрә Бураҡаева. Һөҙөмтәлә, күпселек тауыш йыйып, Зөһрә Бураҡаеваға ышаныс белдерелә.
Башҡортостан Кинематографистары союзы бөтәһе 33 кешенән тора. Быға тиклем союзға билдәле эшмәкәр Фәрит Ғәбитов етәкселек итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул былтыр ноябрҙә вафат булып ҡалды.
Фото: Башинформ.
Читайте нас