Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ғинуар 2021, 11:00

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы

“Мәҙәниәт” милли проекты Әлшәй белгестәренә илдең төп вуздарында уҡыу мөмкинлеген бирҙе.

Былтыр Башҡортостандың Әлшәй районынан 17 мәҙәниәт белгесе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федераль һәм төбәк проекттары нигеҙендә белемен камиллаштырған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре режиссура, хор, хореография, театр педагогикаһы, музыкаль-инструменталь башҡарыу, заманса технологиялар һәм муниципаль китапхана практикаһы, музыка сәнғәте өлкәһендәге инклюзив белем биреү кеүек программалар буйынса уҡыған.
“Мәҙәниәт” милли проекты Әлшәй белгестәренә илдең төп вуздарында төплө белем алыу мөмкинлеген бирҙе. Уҡыу заманса технологияларҙы файҙаланып туранан-тура һәм арауыҡта ойошторолдо.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас