

Баш ҡалала ун йылдан һуң төркөмдәштәр осрашыуы бара. Бергә университет тамамлаған 23 кешенең 19-ы килгәйне. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып, яңылыҡтарыбыҙ менән алмашып бөткәс, өҫтәл артына ултырыштыҡ.
Янымда Сәймә менән бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙ тура килде. Арлы-бирле аралашып ултыра торғас, ул ҡапыл: "Беләһеңме, Сәймә Рифатын һинән һаман көнләшә, шуға килмәгәндәрҙер", - тип әйтеп ташланы. "Беҙҙең Сәймәме ни?" "Эйе. Ул да Рифат тип күҙе тонғайны бит уҡыған саҡта. Һеҙ генә, бер-берегеҙгә мөкиббән киткән икәү, һиҙмәгәнһегеҙҙер".
Рифаттың Сәймә менән йәшәп ятыуы минең өсөн аптырамалы яңылыҡ булды. Иҫемә "ҡылт" итеп йүгереп тигәндәй йөрөгән, ҡыҫыҡ күҙле, ҡараҡай ғына ҡыҙ килеп баҫты. Әле ишетеүемсә, Сәймә Рифатты ныҡ яратып йөрөгән, имеш, нисек булһа ла үҙемә ҡаратам, тип гел теш ҡайраған. Шунан аҙаҡ маҡтанып һөйләгән, хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип.
Баҡтиһәң, маҡсатына ирешер өсөн миңә уны, уға мине яманлап һөйләгән. Минең турала нимә һөйләгәнен хатта яҙыуы ла имәнес. Быны ишеткәс, ваҡыт байтаҡ үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙемде бысраҡ һыу менән ҡойонғандай хис иттем. "Шуның яман эшендә ҡатнашҡан кеше кеүек үҙемде лә ғәйепле тоям. Һөйләгәс, еңел булып ҡалды", - тип тамамланы һүҙен Сәймәнең әхирәте. Хәлдәр ана нисек булған икән!..
...Рифат менән беҙ беренсе курста уҡ бер-беребеҙҙе оҡшатып, дуҫлашып йөрөп алып киттек. Ул бик ипле, тыныс, аҡыллы егет ине. Ихтирамлы, иғтибарлы, бер һүҙ менән әйткәндә, тәрбиәле. Көнө буйы тиерлек бергәбеҙ, дәресте лә бергә әҙерләйбеҙ, киноға йөрөйбөҙ. Уның менән шундай еңел, тыныс ине миңә. Баш юғалтырлыҡ мөхәббәт утында яныу түгел ине был, ә күңелгә һиллек бирә торған тандыр ғына мөнәсәбәт. Көндәлек яңылыҡтар, киләсәк тураһында һөйләшә инек. Иң ғәжәбе - уй-хыялдар, тормошҡа ҡараштар тап килә ине беҙҙең: уҡып бөткәс, ул да, мин дә ауылға ҡайтырға теләйбеҙ, икебеҙ ҙә өсәр бала тураһында хыялланабыҙ.
4-се курста уның өйләнешеү тураһында һүҙ сығарған көнө лә һаман хәтеремдә. Йәйгә ата-әсәләре менән беҙҙең яҡҡа танышырға барасаҡтар, шулай булырына беребеҙ ҙә шикләнмәнек тә. Тик йәй етмәй ҙә ҡалды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур хыялдарыбыҙ берҙән-бер көндө селпәрәмә килде. Әле белеүемсә, араға өсөнсө берәүҙең ҡыҫылыуы арҡаһында...