Билдәле музыка белгесе, фольклорсы Лев Лебединский 1937 йылда, СССР Фәндәр академияһының Ленинградта урынлашҡан Этнография институтында эшләгән сағында, Башҡортостанға килә. Маҡсаты – халыҡ йырсыларын һәм ҡурайсыларҙы тыңлап, башҡорт халыҡ йырҙарын, көйҙәрен фонографҡа яҙып алыу. Институттың фольклор бүлегендә ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡарған Лев Николаевич күңелендә башҡорт халҡының йыр-моңо ошо рәүешле мәңгелеккә тамыр йәйә. Яҙмалар араһында телсе ғалим Ғаббас Дәүләтшин башҡарған йырҙар ҙа бар.
“Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлап торһам...”
Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов үҙенең “Оҙон көй һәм йыраусы” китабының башҡорт музыка фольклорын һаҡлау буйынса халыҡ-ара форум сиктәрендә уҙғарылған презентацияһында һәм “Урта Волга башҡорттары Ялан Евразияһы һәм Рәсәй мәҙәниәттәре үҙәгендә” тип аталған түңәрәк өҫтәлдәге сығышында Ғаббас Дәүләтшин, Фатима Дәүләтшина, Хәнифә Бейешева һәм башҡа билдәле Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының яҙмаларын тыңлатҡайны.
Ошо фонояҙмаларҙың бер нисәһе, йәғни тап Лев Лебединский яҙҙырып алғандары тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Уларҙың күсермәһен телсе ғалим Ғаббас Дәүләтшиндың яҡын туғаны (бер туған ҡустыһы Абдулланың ҡыҙы – Г.Ҡ.) Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова (1941 – 2020) БДУ-ның Бөрө филиалындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейына бүләк иткәйне. Ғаббас Дәүләтшин (Ғөбәй менән Һәҙиә Дәүләтшиндарҙың ҡәрҙәше, яҡташы – Г.Ҡ.) башҡарыуындағы йырҙарҙың тәүгеһе – “Урал”. Алдан уҡ билдәләп китергә кәрәк: 1937 йылғы яҙмаларҙың сифаты бик яҡшынан түгел. Моңо шунда уҡ танылып торһа ла, текстарҙың һүҙҙәрен яҙып алыу байтаҡ ваҡыт талап итте.
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –
Атай-олатайҙарҙың да төйәккәйе.
Ерен ҡурсалап ҡорбан булған
Шунда(й) ята(й) аларҙың һөйәккәйе.
Башҡорт телен академик дәрәжәлә яҡшы белгән телсе ғалимдың йырҙы халыҡсан башҡарыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Аларҙың, шунда(й) ята(й) тигән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ошо фекеребеҙҙе ҡеүәтләй. “Ҡолой кантон” йыры ла ошо юҫыҡта башҡарыла:
Ҡолой ҙа(й) кантон бай, тиҙәр,
Ҡамсат та(й) бүрке бар, тиҙәр,
Ҡамсат та(й) бүрке бар, тиҙәр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырҙың башҡа юлдарын аңлауы ауырыраҡ. Тик шуныһы асыҡ: классик варианттан айырмалы юлдар һәм ҡайһы бер һүҙҙәр бар, тип ҡыйыу рәүештә иҫбатларға ерлек бар.
Киләһе йыр – “Әйләнеп аҡҡан ағым һыу”. “Башҡорт халыҡ ижады”ның йырҙар тупланған беренсе китабына Н.Д. Шоңҡаров тарафынан 1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районының Ҡунаҡбай ауылында 1902 йылғы Хәнифә Бейешеванан магнитофонға яҙып алған варианты инеп киткән. Ике тексты сағыштырып ҡарайыҡ.
Ғаббас Дәүләтшин варианты
Сылтырлап аҡҡан Күк Кәмәлек,
Эй, ҡулъяулыҡҡайыңды ла йыуарһың,
Эй, ҡулъяулыҡҡайыңды шул йыуарһың.
Уҙған ғына ғүмерең иҫеңә лә төшһә,
Эй, йырлау ғына(й) түгел шул, иларһың.
Эй, йырлау ғына(й) түгел дә(й), иларһың.
Кәмәлеккәй, һинең туғайыңда
Эй, һандуғастар һайрай, ҡағынып.
Сит илкәйҙәрҙән ҡайтып килдем,
Эй, Кәмәлеккәй һыуын һағынып.
Сәхрәләргә сығып уҡтар аттым,
Эй, аҡҡош балаҡайын ҡуҙғаттым.
Бер күрергә, дуҫтар, йәндәр аттым,
Эй, булманы ла осор ҡанатым.
Йырҙың өсөнсө варианты ла билдәле: уны Юлай Ғәйнетдинов 2005 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районының Бәғәнәш ауылында Нәсимә Ғәбдрәшит ҡыҙы Хәмзинанан (1927 йылда тыуған) яҙып алған.
Хәнифә Бейешева вариантында Кәмәлек буйҙарында тыуып үҫкән, был ерҙәрҙе һағынып ҡайтҡан кешенең һағыштары асыҡ сағылһа, Кәрәлек буйҙарындағы Ташбулат ауылында тыуып үҫкән Ғаббас Дәүләтшин башҡарыуында “сылтырлап аҡҡан күк Кәмәлек” уҙған ғүмерҙе иҫкә төшөрөп йырлау сараһы ғына.
Нәсимә Хәмзина менән Ғаббас Дәүләтшиндың йырҙарында ауаздаш мотивтар ҙа яңғырап китә: Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлап торһам, Әйләнеп аҡҡан ағын һыу, Эх, йоҡоларҙа күргән дә төш кеүек (Н. Хәмзина) – Уҙған ғына ғүмерең иҫеңә лә төшһә, Әйләнеп аҡҡан ағым һыу, Эй, йырлау ғына(й) түгел шул, иларһың (Ғ. Дәүләтшин).
“Юғалды ла йәшләй башҡынам...”
Ғаббас Дәүләтшиндың репертуарында “Йәтим ҡыҙ Ғәфүрә” исемле йыр ҙа бар:
...мин бирәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),
Күгүлән булып мин үҫәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),
Һыуға бара торған юлыңа(й).
Күгүлән булып мин үҫәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),
Һыуға бара торған юлыңа(й).
Йырҙың Башҡортостанда таралған варианттары “Етем ҡыҙ Хәтирә” тип билдәле. “Уң ҡулыма тотҡан аҡ ҡарсығам...” тип башланғаны 1965 йылда Әбйәлил районының Ташбулат ауылында 65 йәшлек Мөтиҡ Азаматовтан Н. Шоңҡаров яҙып алған тигән мәғлүмәт бирелһә, “Шыршы ғына ағас – оҙон ағас ...” тип башланған варианты Ғата Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған. Беҙҙеңсә, Ғ. Дәүләтшин йырлаған “Йәтим ҡыҙ Ғәфүрә” йыры менән Ғата Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған варианттарҙа оҡшашыраҡ мотивтар бар.
Ғата Сөләймәнов яҙып алған вариантта, ваҡиға Әбйәлил районының Ташбулат һәм Салауат тигән ауылдары тирәһендә булған, тип әйтелә. Ике етем бала – ҡыҙ менән малай – хәйер һорашып көн күргәндәр. Етем тип ҡыйырһытҡандарға, туған булмаһалар ҙа, икәүләп ҡаршы торғандар, бер-береһен яҡлашҡандар. Ҡул араһына инерлек булғас, бергә көтөү көткәндәр.
Хәтирә исемле ҡыҙ бала сибәр булып буй еткергән, хәлле ғаиләләрҙән уны һората башлағандар, әммә ҡыҙ береһенә лә риза булмаған, теге етем егет менән бер-береһенә ғашиҡ булғандар. Зина ҡылалар тип ялған хәбәр таратып, егетте ауылдан һөрәләр. Әммә ҡыҙ бер кемгә лә сығырға ризалашмай. Ауыл байҙары уны мәжбүрләп кейәүгә бирмәксе була. Әммә Хәтирә һөйгәненә хәбәр биреп өлгөрә, һәм егет ҡыҙҙы алып ҡаса. Улар шулай ҡауышып, бергә йәшәй башлай.
Йыр “Матур ҡыҙ Хәтирә” тигән атама менән дә осрай. Уны билдәле йырсы Харис Шәрипов башҡарыуында тыңларға мөмкин. Ә Һамар башҡорттары араһында таралған йырҙың тулы тексын һәм тарихын асыҡлау бурысы алдыбыҙҙа тора әле.
Ғаббас Дәүләтшин Л. Лебединскийға “Сәғәт сылбырым” тигән йырҙы ла яҙҙырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йырҙың да тәүге юлдары аңлашылмай. “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап” хеҙмәтенә 1960 йылда Ырымбур өлкәһе Люксембург районының Юлдаш ауылында 30 йәшлек Нәбирә Шәрипованан Н. Шоңҡаров яҙып алған варианты инеп киткән. Ике тексты сағыштырайыҡ:
Унда ҡаҙҙар рәхәт ҡылына(у).
Юғалды(й) сәғәт сылбырым.
Тапманыңмы, һары былбылым?
Аталарҙан баллар йәшләй ҡала –
Күкрәк көскәй берлән мал таба(й).
Юғалды(й) сәғәт сылбырым.
Тапманыңмы, һары былбылым?
Юғалды(й) йәшләй башҡынам,
Тапманыңмы, ҡара ҡаш ҡынам?
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын,
Тулҡындары килеп ҡаҡмаһын.
Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,
Тапманыңмы, һары ла былбылым.
Яман күҙҙән хоҙай һаҡлаһын.
Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,
Тапманыңмы, һары ла былбылым.
Эсәйек тә ҡымыҙ, һай, эсәйек,
Сәй эсә лә икән тиһендәр.
Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,
Тапманыңмы, һары ла былбылым.
Ашап та ғына эсеп, уйнап көләйек,
Бер туған да икән тиһендәр.
Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,
Тапманыңмы, һары ла былбылым.
Күреүебеҙсә, Ғ. Дәүләтшин вариантының, Н. Шәрипованыҡынан айырмалы рәүештә, моң-зар менән һуғарылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. “Юғалды(й) йәшләй башҡынам, // Тапманыңмы, ҡара ҡаш ҡынам?” тигән юлдары ғалимдың үҙ яҙмышына ла ишара төҫлө яңғырай.
1937 йылдың ҡәһәрле репрессия тәгәрмәсе аҫтында ҡалып, ғилми мираҫы тырым-тырағай килтерелгән, исеме онотолоуға дусар ителгән телсе ғалимдың хеҙмәттәрен етмеш йылдан һуң туғаны Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова архивтарҙан туплап, “Һайланма ғилми хеҙмәттәр” исеме аҫтында өс томды үҙ иҫәбенә баҫтырып сығарҙы. “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге”н дә ҡайтанан нәшер итте. Ә инде Юлай Ғәйнетдинов Ғ. Дәүләтшин башҡарған йырҙарҙы ла табып биргәс, 2020 йылдың 30 октябрендә БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты урынлашҡан бинаһында (Коммунистик урамы, 19) Ғаббас Дәүләтшин иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ таҡтаташты асҡанда ғалим башҡарыуында “Урал” йырын яңғыратыуҙы планлаштырғайны Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы...
Ғаббас Дәүләтшиндың 80 йылдан һуң әйләнеп ҡайтҡан һалмаҡ ҡына тауыш менән башҡарған йырҙары Һамар башҡорттарының музыкаль мираҫы тураһында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, билдәле шәхесебеҙҙең төрлө яҡлап үҫешкән булыуы тураһында ла һөйләй.