Әҙәбиәттә аҙ яҙһа ла, күңелгә наҙ һалған шағирҙар бар. Әҙәбиәттең бәҫе китаптарҙың һанында түгел, ижад ҡомарындалыр, күрәһең.
Шағир Миәссәр Басировтың да үҙе иҫән саҡта ни бары дүрт китабы донъя күрҙе. Вафатынан һуң тағы бер тос ҡына йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Биш китап – бөтәһе лә биш бармаҡтай ҡәҙерле, ҡиммәтле һәм һиммәтле уҡыусы өсөн, сөнки улар ыуылйым-ыуылйым һибелгән ҡояш нурылай йөрәккә иркәлек, аяҙ күктәге йондоҙҙар балҡышылай сихри нескәлек, яҙ миҙгеле нағышылай ашҡынған-ташҡынған хистәр даръяһы, йәйҙең биҙәктәренә төрөнгән гүзәллек нәзәкәте, көҙҙөң күҙ ҡамаштырыр төрлө буяулы төҫтәре, аҡ ҡышта аҡыл эйәһе аҡ һаҡаллы ҡартҡа бәрәбәр фекер тәрәнлеге алып килә. Уның тыуған ил, тыуған төйәк тураһындағы шиғырҙарын уҡыһаң, ил яҙмышы, ер яҙмышы уйландыра, әсәгә арналғандары әсә шәфҡәтен, әсә ҡәҙерен һис ҡасан онотмаҫҡа саҡыра, мөхәббәтте йырлағандары илаһи бер ҡайнарлыҡ бөрккән ялҡындарға сорнай. Шағирҙың һәр шиғыры үҙенә генә хас, уның ғына йәне, ғәме сағылған поэтик картина булып күҙ алдына баҫа; улай ғына ла түгел, һәр береһе, кескәйме, ҙурмы ул, күңел гәүһәренән ҡойолған һәйкәл һымаҡ һынлана.
Миәссәрҙең шиғриәтен һөйгәндәрҙән бер генә фекер ишетәһең: шәп! Уның үҙен яҡын белгәндәр, дуҫ күргәндәр ошондай баһа бирер: егет ине!.. Уның менән таныш булғандар, дуҫлашҡандар, сер уртаҡлашҡандар, моғайын, үҙен бәхетле тойғандыр. Уның һәр рифмаһы теҙелгән мәрйен тиерһең! Етмәһә, көслөк менән түгел, тәбиғи табылған рифмалар. Хәйер, ул бер ваҡытта ла яһалма яҙманы шиғырҙарын – йөрәгенән урғылғанын ғына ҡағыҙға төшөрҙө. Аҙ яҙһа ла, берәгәйле яҙырға тырышты. Был хаҡта бер шиғырында үҙе лә ишаралап үткәйне.
Мәртәбәле “мәргәнмен” тип,
Миәссәр Басиров көндәлек шиғырҙар яҙманы. Уның әҫәрҙәрендә оҙаҡ йәшәүгә йән өрөлгән. Шағирҙың ижадында шәүлә рәүешендә генә төҫмөрләнгән коммунизмды данлаған, партия функционерҙарын ҙурлаған, юлбашсыларын маҡтаған бер генә юлды ла тапмаҫһың. Шәүләләргә ышанманы ул, ялағандарҙан шиғри арғымағының ялын һыпыртманы, шуға ла мәңгелек темалар менән эш итеп, ғүмерлек шиғырҙар яҙҙы.
Ижадының тағы бер мәртәбәһенә иғтибар итәйек – ул бағышлау шиғырҙарына бик һаранлыҡ күрһәтте. Ил ағаһы булырлыҡ иң-иң арҙаҡлы ике-өс шәхескә генә оло хөрмәт йөҙөнән шиғырын арнаны. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр файҙаһы тейерлек түрә-ҡараға, бейегерәк урынға үрләгән карьеристарға, бергә хәмер йотҡандарға, ярамһаҡ-ялағайҙарға төбәп, һүҙ бутҡаһы ҡайнатыу сиренә һабышты. Өс һум аҡса биреп тороусыларға – маҡтау, өс һум йәлләгәндәргә асыу һүҙҙәре атылды. Уларҙы, яйын табып, көсләшеп, сәхнәләрҙә, башҡа урындарҙа уҡыу ғәҙәткә инеп китте.
Ә Миәссәр ағай ваҡлыҡтарға төшмәне, иң ҡәҙерлеләргә генә ысын шиғыр бейеклегенән сығып ихтирамын күрһәтте. Иң ҡәҙерле, иң яҡын кеше, әлбиттә, әсәй ул. Шағир әсәһенә бағышлап, күңел наҙҙарын һипкән бер нисә шиғыр яҙып ҡалдырҙы.
Тыны менән һурып алыр булып,
Өмөт менән көткән кеше кем?
Кем һуң, йәшкә мансып керпектәрен,
Күҙен алмай беҙҙән шул тиклем?
Ул – һин, әсәй, ул – һин, һөйөклөм!
Йәмле Сөн буйҙарында, атап әйткәндә, Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Миәссәр тыуған яҡтарын өҙөлөп яратты. Ҡара тупраҡта тәпәй эҙҙәре уйылып ҡалған, бәләкәйҙән үк ошо бәрәкәтле ергә ҡайнар тире тамған баҫыу-ҡырҙарын, сабаҡтар ҡармаҡлаған, тулҡындарына ҡаршы ҡолас ташлаған Сөн йылғаһын, йәшәү бишеге – тыуған ауылын ул әүлиәләр төйәгенә тиңләне. Тик ул әүлиәләр төйәгенең нарыҡ-ырыҫтарын оҙаҡ татый алмай: атайҙар, ир-егеттәр һуғышҡа киткәс, ун бер йәшендә, һабан буйы ғына саҡта һабанға йәбешә.
Ун бер көн һабан һөргәндән һуң, уны бригадир ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Үрә һикереп бейеп торған тай тоттороп, бына өйрәтеп ал да иңлә баҫыу киңлеген, тиҙәр. Йүгән кейҙерә алмаҫ аҫау дөлдөлдө баш эйҙергәс, ун бер көн үтеүгә, бригадирҙың үҙен ошо ажар атҡа атландырып, фронтҡа оҙаталар. Миәссәр-малайҙы уның урынына бригадир итеп ҡалдыралар.
Был юлдар шағир үҙе яҙып ҡалдырған тормош сәхифәләренән алынды. Артабанғы яҙмышы тағы ла ҡатмарлаша төшә уның: тыуған еренән айырылып, Иркутск шахталарында күмер аҡтара. Аҡ йөҙө ҡара күмер туҙанына батып, шурфтан өҫкә күтәрелгәндә, үҙен күккә атылған осоусылай хис итә. Бәлки, уның аҡ күңелендә шиғриәттең ҡыйғыр ыласыны ҡанат ҡағынған мәл ошонда башланғандыр, тиктомалдан кеше үҙен осоусы итеп тоя буламы?!
Ысынлап та, ул осоусы булырға хыяллана. Бер йылдан һуң, хыял йөгөн йөкмәп, осоусылыҡҡа уҡыу ниәтенән йәнтөйәк Башҡортостанына атлыға.
Хыялымдың ҡыйғыр ҡанаттарын,
Йәшлегемдең ебәк хистәрен
Фәрештәләр күккә тартып ала –
Күккә ҡарап китә иҫтәрем.
Мин ишетәм лайнер тауыштарын,
Уҙып киткәс үҙе бик йыраҡ.
Күкрәп үтеп киткән ғүмерҙең дә
Ҡайтып төшә, әммә хыял ҡошо артынан эйәреп, етеҙ самолетта күктең икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙен ярып оса алмай, тыуған яҡтың йылы ҡосағына сума. Миәссәр Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Башҡортостан радиоһында эшләп ала. Хыял ҡошо икенсе бер бейеклеккә – әҙәбиәттең серле донъяһына әйҙәй. Әҙәбиәтте нығыраҡ өйрәнеү өсөн Башҡорт дәүләт университетына (ул саҡта педагогия институты) имтихандар тапшыра. Студент “шиғыр ене” ҡағылған замандаштары араһына барып эләгә. Ошонда ул тәүге тапҡыр ҡулына ҡәләм ала. Тәүге шиғри гөлләмәләренән үк танылыу таба.
Юғары белем алып сыҡҡас, Миәссәр төрлө редакцияларҙа – “Һәнәк” журналында, “Совет Башҡортостаны” (хәҙер “Башҡортостан”) гәзитендә, Башҡортостан телевидениеһында эшләй.
Минең Миәссәр ағай менән тәүге танышыуым “Совет Башҡортостаны” редакцияһында булды. Армиянан ҡайтып төшкән сағым. Шағир Рәшит Әхтәров редакцияға алып китте. Миәссәр ағай йылмайып, яҡты йөҙ менән күреште. Оҙаҡ һөйләшеп тора алманыҡ, эшкә ҡабаланды ул.
– Кискә, эштән һуң, иркенләп һөйләшербеҙ, Әхтәр, һинең бүлмәлә, – тип ҡулын өҫкә күтәрҙе.
Әхтәр бүлмәһе тигәне Пушкин урамындағы элекке профсоюздар йортоноң өҫкө ҡаты булып сыҡты. Рәшит Әхтәров шунда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эшләй икән.
Кисен Әхтәров эргәһенә бер-бер артлы егеттәр йыйыла башланы. Мин танығандары, танымағандары бар. Марат Кәримов, Ихсан Әхтәмйәнов – уларын күргәнем бар, белмәгәндәрҙән Булат Рафиҡов, Зыя Әхмәтов өҫтәлде.
Үҙемде яңғыҙ өйрәк һымағыраҡ тойоп, бер яҡ ситкәрәк ултырҙым. Миәссәр ағай шунда уҡ мине түргәрәк ҡыҫтаны.
– Мин йөрөгән тарафтарҙан да уҙып китеп, ер гиҙеп ҡайтҡанһың, үҙ илеңдә түрҙә бул, – тип өҫтәлдең уртаһына ултыртты.
Былар әҙәбиәт, шиғриәт тураһында һөйләшәләр, күңелле итеп көлөшәләр, көнләшеп тә китерлек! Ара-тирә Миәссәр ағай шаяныраҡ һүҙҙәр әйтеп ҡуя: тәкәбберҙәрҙең, ҡырын яуап ҡайтарыусыларҙың сикәһендә ут сәсрәтергә лә күп һорап тормаҫ. Ҡыҙыу ҡанлы, етеҙ кеше ине. Үҙем дә бер нисә тапҡыр бының шаһиты булдым.
Ҡыҙыу ҡанлылығы арҡаһында арыу ғына бәләләргә лә тарыны. Тарыһа ла йығылманы, яңынан аяҡҡа баҫты. Ҡурҡып, борсолоп, уфтанып йәшәмәне, һәр күргәндә лә йөҙө яҡты булыр ине. Ул дуҫҡа үтә тоғро, яратмағанына терпеләй тырпайыр кеше ине. Холҡо ла нәҡ шағирҙарса: күңеле киң, кемгәлер ярҙам итһә, шатланып бөтә алмай.
Миәссәр ағайҙың бер-ике йәш яҙыусыға өр-яңы ап-аҡ күлдәген сисеп биргәне билдәле.
– Ал, ҡустым, миңә кейер күлдәк табылыр әле, – тип яуаплаған ул.
80-се йылдар башында беҙ, бер төркөм яҙыусылар, дача төҙөргә тотондоҡ. Буш ваҡыт булдымы, шунда сабабыҙ. Миәссәр ағай ҙа ҡарағайҙан бына тигән бура килтереп күтәртеп ҡуйҙы. Мин дә өй өйөп маташам шунда. Миәссәр – бер аҡланда, беҙ – икенселә. Аҡландар йәнәш кенә.
Бер көн беҙгә табан “газик” елдереп килә. Машинанан Миәссәр ағай һикереп төштө.
– Әйҙә, тумыртҡа һымаҡ ағас кимереүҙе туҡтатып тор, Аҡманайға төшөп балыҡ ҡармаҡлайыҡ, – тине.
Машина менән Салауат районында юрист булып эшләгән ҡустыһы Хәмзә килгән икән. Өсәүләп киттек Аҡманайға. Миәссәр ағай усаҡ яғып ебәрҙе. “Балыҡ шашлығы бигерәк тәмле ул”, тип һөйләнә үҙе.
Ҡармаҡ һалабыҙ. Аҙаплана торғас, ус буйы ғына сабаҡ һөйрәп сығарҙы Миәссәр. Ҡыуана бит был, хәҙер шашлыҡ эшләйбеҙ, ти. Мине усаҡ эргәһенә саҡыра: “Шашлыҡ күп булмай ул, тәмләргә ошоһо ла еткән, бында балыҡтан ҙурыраҡ, йылтырыраҡ бер әйбер бар, ултыр, ял итеп алайыҡ”. Оҙаҡ һөйләштек.
– Йорттарҙы төҙөп бөткәс, мәшәҡәттәренән арынғас, бының балығын күп тоторбоҙ әле. Мин тын тултырмалы резина кәмә һатып аласаҡмын, уртаһына уҡ барып ҡармаҡ ташларбыҙ, – тип хыял донъяһына сумды шағир. Бер аҙ ултырғас, ошолай өҫтәп ҡуйҙы: “Балыҡҡа теләһә кемде алып йөрөмәйәсәкмен, минең кәмәлә һиңә лә Рауил Бикбайға ғына урын, өсәү генә йөрөйәсәкбеҙ”.
Мин саҡ көлөп ебәрмәнем. Уның шуҡ һөйләшкәненә күнеп бөткәнбеҙ, әммә был саҡлы ла балаларса һөйләүен тәүгә ишетеүем.
Миәссәр ағайҙың төп уй-хисе ижадта ине, әлбиттә. Ҡышын ул Пицундаға ижад йортона китте. Февраль айында ҡайтып төштө. Һағынышып осраштыҡ тағы ла.
– Әйҙә, беҙгә инеп, шиғырҙар уҡыйыҡ әле, – тине ағай.
Киттек. Миәссәр ағай бер ҡалын дәфтәрен килтереп сығарҙы. Пицундала яҙған шиғырҙары менән тулы ине ул. Уҡый башланы. Мин, тын алырға ла баҙнат итмәй, илереп тыңлайым. Иҫ китмәле шәп шиғырҙар яҙып ҡайтҡан был, шул тиклем дә нескә, шул тиклем дә хисле ине улар. Февраль айының был көнөн һис онотасаҡ түгелмен! Ә ике йылдан һуң, йәғни тап февраль айында ул яҡты донъя менән хушлашты...
...Ул ни бары 53-сө йәше менән генә бара ине. Һағыныу ҡоштары ғына беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә ҡалды...