Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ғинуар 2021, 07:55

Тармаҡты финанслау өсләтә артҡан

"Мәҙәниәт өлкәһе заман һынауын лайыҡлы үтте, үҙенең эшен онлайн тәртибендә уңышлы ойошторҙо".

“Уҙған йылға йомғаҡ яһап, республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе пандемия һәм сикләүҙәр менән бәйле заман һынауын лайыҡлы үтте, өҫтәүенә үҙенең эшен онлайн тәртибендә уңышлы ойошторҙо, тип ышаныслы әйтергә мөмкин”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азат Бадранов онлайн-брифинг барышында. Ул журналистарға мәҙәниәт өлкәһенең һәм киң мәғлүмәт сараларының 2020 йылғы эш йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Һуңғы йылдарҙа тармаҡты финанслау һиҙелерлек артҡан. Былтыр 335 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә – 219,5 миллион һум. Өҫтәүенә, милли проектҡа ярашлы, аҡса күләме өсләтә артҡан.
2020 йылда милли проекттың бөтә күрһәткестәренә лә өлгәшелгән. “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалаларҙың театрҙары” федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырылған.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас