Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2021, 15:00

Бөгөн Өфө гөрләп торҙо!

Ҡаланың төп майҙандарында билдәле артистар ҡатнашҡан ҙур концерттар үтә.

Бөгөн Өфөлә бер нисә күп кеше ҡатнашҡан мәҙәни саралар үтте. Иң күп кеше йыйғаны, Рус дәүләт академия драма театры майҙаны алдында ойошторолған “Даешь молодежь!” байрам концерты булды. Ул Студенттар көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналды.
Концертта “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә ҡатнашҡан бәйгеселәр, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм “Elvin Grey” лейблы артистары халыҡты дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Байрам сараһының төп артисы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин булды.
Шулай уҡ Ленин исемендәге майҙанда йәмәғәт туҡланыуы ойошторолдо. Ә битлек режимын үтәү өсөн ирекмәндәр сарала ҡатнашыусыларға шәхси яҡланыу саралары таратты.
Бынан тыш “Өфө-Арена”ла йәштәр өсөн “Молодость FEST” тип аталған ҙур фестиваль үтә. Унда йәш башҡарыусылар сығыш яһай, ә саҡырылған ҡунаҡтар уларҙы баһалай. Араларында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән билдәле диджейҙар, радио алып барыусылары, рэп-башҡарыусылар бар.
Биш еңеүсе артист аҡсалата бүләк ала һәм 2021 йылдың яҙында үтәсәк “Яңы Атланта-2” фестивалендә ҙур йондоҙҙар менән сығыш яһау мөмкинлеге аласаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас