Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2021, 16:00

Баш ҡалала - рэп-фестиваль

Баш ҡалалағы “Өфө-Арена”ла беренсе тапҡыр үткәрелгән республика рэп-фестивалендә йәш башҡарыусылар ҡатнаша.

Баш ҡалалағы “Өфө-Арена” алдындағы майҙансыҡта үткәрелгән республика "Йәшлек Fest" рэп-фестивалендә йәш башҡарыусылар ҡатнаша.
Концертта ҡатнашыусылар сығышын жюри ағзалары баһалай. Улар араһында Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан һәм башҡа ҡалаларҙан билдәле диджейҙар, радио тапшырыуҙарын алып барыусылар, рэп-башҡарыусылар бар.
Фестивалдә еңеп сыҡҡан биш башҡарыусыға аҡсалата приз тапшырыласаҡ. Бынан тыш, улар быйыл Өфөлә үтәсәк “Яңы Атлант-2” фестивалендә билдәле сәхнә “йондоҙ”ҙары менән сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Былтыр Моргенштерн, Thomas Mraz, Face һәм башҡалар сығыш яһағайны.
Сара киске сәғәт 9-ға тиклем барасаҡ. Конкурстан һуң программа буйынса илдәге алдынғы клубтарҙың билдәле диджейҙары сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, сарала короновирус инфекцияһына ҡаршы саралар күҙәтелә. Яҡынса 10 меңдән ашыу кеше кеше ҡатнаша.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас