Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2021, 13:45

“Ғүмере буйы Бабичты өйрәнде...”

Республикабыҙҙың Милли китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың рус телендә нәшер ителгән “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” китабының презентацияһы үтте.

Республикабыҙҙың Милли китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың рус телендә нәшер ителгән “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” китабының презентацияһы булып үтте.
Онлайн тәриптә үткәрелгән сара Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторолдо. Унда республиканың төрлө китапхана, белем биреү учреждениелары, мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәһе, Пермь крайы, Нижневартовск ҡалаһынан яҙыусылар ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы шағирҙың тормош юлдашы Фәриҙә Бикбаева, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин, Ш.Бабич премияһы лауреаттары Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм башҡалар сәләмләне.
Китап өс өлөштән тора. “Рауил Төхфәт улы ғүмере буйы Бабич мираҫын өйрәнде, уның өҫтөндә эшләне, – тип хәтирәләргә бирелде Фәриҙә Бикбаева. – Ғүмеренең ахырына тиклем Бабич тураһында яҙҙы һәм һөйләне”.
1960-сы йылдарҙан, үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа башлағандан алып, Р.Бикбаев мәшһүр Бабичтың биографияһын, тормошон тәрәнтен өйрәнеүҙән туҡтамай. Тап уның эҙләнеүҙәре шағирҙың ижади, шул уҡ ваҡытта трагик биографияһының билдәһеҙ биттәрен асырға ярҙам итә.
Китаптың авторы иһә үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте мәғәнәһен ошолай билдәләй: “...мин халҡым тарихындағы ошондай феноменды төшөнөргә тырыштым: “Кем һуң ул, шағир Шәйехзада Бабич?” Үҙемдең эҙләнеүҙәрем һәм күҙәтеүҙәрем менән уҡыусыға ошо феномендың серен саҡ ҡына булһа ла асырға ярҙам иткәнмендер, тип ышанам”.
Фото: БР Милли китапханаһы.
Читайте нас