Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраль 2021, 00:00

Ҡатынымды рәнйеттем...

Ҡатыным барып ишекте асып ебәргәйне, ни күрәм: тупһала эсен кәпәйтә биреберәк ауырлы Мөнирә баҫып тора! Ҡатыным, зирәк кеше, эштең ниҙә икәнен бер ҡарауҙа аңланы ла мине саҡырҙы. Өндәшмәй генә беҙҙе күҙәтеп торғас: "Һинең балаңмы?" тип һораны.

Тәүге ҡатыным менән мәктәп эскәмйәһенән бергә булып, тәүҙә дуҫлашып йөрөнөк, аҙаҡ яратышып өйләнештек. Бер-беребеҙҙе яҡшы белгәс ни, ярты һүҙҙән аңлашып, кәңәшләшеп эшләп һәм йәшәп өйрәнгәнбеҙ.
Донъя көткәс, була инде төрлө мәлдәр, тик ундай саҡта йә ул, йә мин өндәшмәй ҡалып, бәләкәй сәбәпте ҙур талашҡа әүерелдереп ебәреүҙән тыйыла белә инек. Үҙемә ҡалһа, бер ваҡытта ла ҡатынымдан ялҡҡаным юҡ, ул нисектер йәшәүҙең йәмен, ҡәҙерен белә кеүек, эргәһендә һәр ваҡыт күңелле, тыныс, тиккә генә башҡа туғандары ла уға һыйынмайҙыр бит инде. Нимәгә шул хәтлем маҡтай әле был тиһегеҙҙер? Хәҙер шуны иҫләп һағынып ҡына ултырырға ҡалды - ныҡ яңылыштым мин, түңәрәк донъямды үҙ ҡулдарым менән емерҙем... Нисек тиһегеҙме?
Хәҙер инде йәшерен-батырыны юҡ, өйҙә барыһы ла яҡшы булһа ла, ситтә лә һирәкләп ҡатын-ҡыҙ менән шаярғыланым, әлбиттә, хәләлемә белдермәй һәм ғаиләмә зыян килтермәй генә. Ваҡытлы бәйләнеште тәрәнгә ебәрмәү хәстәрлеге лә күрелә инде ундай саҡтарҙа.
Бер ваҡыт беҙгә эшкә яңы ҡыҙ килде. Ваҡытында кейәүгә сыҡмай ҡалып, олпатлана башлаған Мөнирә исемле был һылыуҙың да күңел ҡылдарын сиртеп ҡарамаҡсы булдым бит, ҡәһәрең. Кинәйәле шаяртыуыма тегенең тиҙ үк ҡашын һикертеп яуап биререн көтмәгәйнем дә... Һәр ваҡыттағыса, бер нәмә лә вәғәҙә итмәй, өмөтләндермәй, ике-өс тапҡыр осрашып, тормошто сағыуландырып алыу ғына ине ниәт. Уға ла минән бер нәмә лә кәрәкмәгән кеүек тойола ине. Әммә шулай уйлап тәрән яңылышҡанмын булып сыҡты: бер айҙай ваҡыт үткәс, Мөнирә ауырға ҡалыуы тураһында белдереп, күпте күргән мине шаҡ ҡатырҙы бит! Ул ғына ла түгел әле, уны алдыртырға теләмәүе, бала тип хыялланып йәшәүе тураһында ла аңғартып ҡуйҙы бер ыңғайҙа.
Минең ике уртала бик ауыр хәлдә ҡалыуым аңлашылалыр. Серҙең ни рәүешле сиселерен әлегә белмәйенсә, өйҙә икеле-микеле кәйефте һиҙҙермәҫкә, үҙемде ҡәҙимгесә тоторға тырыштым. Барыбер элеккесә булмағанмын икән шул: ғәйебемде юйырға теләгәндәй, күп ваҡытымды балаларым менән уйнап үткәрҙем, ҡатыныма артығы менән яғымлы булдым.

Ә Мөнирә әрһеҙ һәм ныҡыш булып сыҡты (шундай холҡо менән нисек бығаса яңғыҙ йәшәгән тиң). Ҙур яңылышлыҡ эшләгәнемде, ҡотолғоһоҙ хәлгә ҡалғанымды бер көн Мөнирә беҙҙең тупһала торғанда тулыһынса аңланым. Ял көнө бөтәбеҙ ҙә өйҙә саҡта ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Бер кемде лә көтмәй инек. Ҡатыным барып ишекте асып ебәргәйне, ни күрәм: тупһала эсен кәпәйтә биреберәк ауырлы Мөнирә баҫып тора! Ҡатыным, зирәк кеше, эштең ниҙә икәнен бер ҡарауҙа аңланы ла мине саҡырҙы. Өндәшмәй генә беҙҙе күҙәтеп торғас: "Һинең балаңмы?" тип һораны. Минең урынға Мөнирә яуап бирергә ашыҡты: "Эйе, ул әйтергә ҡыймай йөрөй ине һеҙҙе йәлләп, бына үҙем килдем".
Ҡатынымдың холҡон яҡшы беләм: туҙынманы, аҡырынманы, ҡарғаманы - әҙерәк уйлап торғас, миңә: "Бар йыйын, бергә китерһең, бында йәшәй алмай бит инде", - тине лә аш бүлмәһенә инеп китте. Ҡатынымдың хыянатты бер ҡасан да кисермәҫен яҡшы аңлағанға, сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы миңә. Иң яҡын кешеләреңде, күнегелгән тормошто ҡалдырып китеүе бик ауыр икән ул, йәнем һаман өҙгөләнә...

Шулай итеп, Мөнирә менән уның бер бүлмәле фатирында йәшәй башланыҡ. Бер осраштың да үҙеңдең өйрәнгән донъяңа ҡайттың түгел шул хәҙер: яңы ҡатынды мин эштә лә, өйҙә лә күрәм, уны төрлө яҡлап асҡан һайын ғәжәпләнә барам. Үҙһүҙле, ялҡау, мыжыҡ - бер һүҙ менән әйткәндә - миңә ят. Бер нисек тә уға, яңы тормошома өйрәнеп китә алмайым. Үҙ хәләлемдең аштарын, йылмайып торған асыҡ йөҙөн һағынам. Күреп булмаҫмы тип кистәрен ҡасандыр бәхетле йәшәгән йортобоҙ тирәһендә уралам, ситтән генә уны күҙәтергә әүәҫләнеп алдым, шулай ҙа яҡынларға ҡыймайым: барыбер һөйләшеү килеп сыҡмаясаҡ, беләм, ғәфү итмәйәсәк.

Эй, Хоҙайым, бер иҫәрлегем өсөн шулай үкенеп, тәүге ғаиләмде һағынып йәшәрменме икән ни? Ҡалған ғүмеремде үҙ итә алмаған, сит кеше менән үткәрерменме? Нисек кенә түҙәйем үҙ хәлемә? Үҙемсә хыялланған да булам тағы: тәүге йәрем ишара ғына бирһен, йүгереп ҡайтып инер инем танһыҡ донъяма, ҡәҙерле кешеләрем янына...
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).

Фото:menshealth.com
Читайте нас: