Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраль 2021, 12:00

"Мироколица" ансамбле - "Мөғжизәләр яланы"нда

Тапшырыуҙы иртәгә, 5 февралдә, Беренсе каналда киске сәғәт 8 тула 15 минутта ҡарарға мөмкин.

Иртәгә, 5 февралдә, Сибай ҡалаһының «Мироколица» рус халыҡ йыры ансамбле Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуында ҡатнаша.
Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр итә.
"Ансамблдең «Мөғжизәләр яланы»на саҡырылыуы программаны төшөрөүгә бер аҙна ҡалғас ҡына билдәле булды. Ансамбль шөғөлләнгән Сибай ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт үҙәге етәкселеге лә, беҙ ҙә уларҙың Мәскәүгә саҡырыуҙы ҡабул итеү ҡарарын хупланыҡ. Ансамбль ағзаларына бүләктәр йыйырға һәм сығыш яһау өсөн йыр һайлауға ярҙам иттек. Уйында коллектив исеменән Александра Алыева ҡатнашты".
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Беренсе каналда үткәрелгән "Мөғжизәләр яланы"нда Башҡортостандан бер нисә кешенең ҡатнашыуы хаҡында алдан да хәбәр иткәйнек инде. Был юлы тотош коллективтың ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныс.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә" ге сәхифәһенән.
Читайте нас