Кисә Көйөргәҙе районы мәҙәниәт һарайында матур мәҙәни сара – быйыл икенсегә үткәрелгән “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” фестивале булды. Тамашаны Көйөргәҙе районы хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, “Свидетель милосердия” мәрхәмәтлек фонды ойоштороп, ул Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты менән Салауат епархияһы ярҙамында үтте. Матур сара хаҡында көйөргәҙеләрҙең рәсми сәхифәләренән билдәле булды.
Фестивалдә Өфө, Күмертау, Мәләүез, күрше Ырымбур ҡалаларынан, Ишембай, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарынан 20-нән ашыу оҫта ҡатнашҡан.
Байрамдың беренсе өлөшөндә яулыҡтың тарихы тураһында ишетергә, ҡул эштәренән торған күргәҙмәне ҡарарға мөмкин булған. Теләгәндәр береһенән-береһе матур итеп эшләнгән шәл, һаҡал-селтәр, яулыҡтарҙы һатып та алған.
Сарала стилист, визажистарҙан оҫталыҡ һабағы алырға, яулыҡты никахҡа ни рәүешле ябынырға, көндәлек кейемдә ҡайһылайтып ҡулланырға икәнен белергә лә мөмкин булған.
Байрамды иң йәмләгәне һәм берәүҙе лә битараф ҡалдырмағаны “Яулыҡ – минең тажым” тигән дефиле булғандыр, тип тә билдәләй сараны ойоштороусылар.
Сараның икенсе өлөшөндә тамашасыларҙы Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ райондарының милли ижади коллективтары, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм “Далан” фольклор-эстрада төркөмөнөң сығыштары ҡыуандырған.
Халыҡ әлеге мәҙәни саранан бик ҡәнәғәт ҡалған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә ҡалдырған йылы комментарийҙарҙан да белергә була.
Фотолар: vk.com/kuyurgaza_adm