Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова арабыҙҙан китте. Туғандары һәм хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул 29 декабрҙән бирле коронавирустан дауаланған булған. 18 февралдә Роза Сабирйән ҡыҙына 71 йәш тулған булыр ине.
Өфөлә Роза Аҡкучукова менән хушлашыу иртәгә – 9 февралдә – Өфө ҡалаһының Сәскәле (Цветочная) урамы, 2/3 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10–11 сәғәттә була. Унда иртәнге сәғәт 9-ҙан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы янынан (Гоголь урамы, 58) автобустар барасаҡ.
Йырсыны тыуған ерендә – Белорет районының Абҙаҡ ауылында ерләйәсәктәр.