Быйыл да Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы тауышы" йыр-моң конкурсы үтәсәк. Сара өсөнсө йыл рәттән ойошторола. Был хаҡта үҙенең социаль сәхифәһендә Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итә.
"Өсөнсө сезон да була! "Урал аръяғы тауышы" шоу-проекты республиканың мәҙәни тормошонда сағыу бәйге булып балҡыны һәм тамашасыларҙың, ҡатнашыусыларҙың йөрәген яуланы. Үткән ике сезонда беҙ төбәктең иң көслө һәм сағыу тауыштарын ишеттек һәм таптыҡ. Һәм әле ҡаланың брендына әүерелгән өсөнсө миҙгелде башлайбыҙ".
“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектында еңеүсене төп приз — 50 мең һум аҡса көтә!
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.