Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Февраль 2021, 17:00

Марсель Сәлимов кешеләрҙе нисек һауыҡтыра?

Билдәле яҙыусы, шағир, сатирик һәм публицист Марсель Сәлимов хаҡында ошондай яңылыҡ мәғлүм булды.

Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Билдәле яҙыусы, шағир, сатирик һәм публицист Марсель Сәлимов Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған әҙәби конкурста еңгән. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында үткән “ЛИффТ-2020” V Бөтә Рәсәй милли әҙәбиәт конкурсының лауреаттары һәм дипломанттарының исемдәре иғлан ителде. Яҡташыбыҙ Марсель Сәлимов (Мар.Сәлим) конкурстың юғары наградаһына — “Күңелдәрҙе ҡатыуҙан аралаған һауыҡтырыусы тәнҡит өсөн” алтын миҙалына лайыҡ булды.
Марсель Шәйнур улы күп йыллыҡ сатирик хеҙмәтен баһалағанға жюри ағзаларына рәхмәт әйтте. Үҙенең еңеүен тотош башҡорт әҙәбиәте һәм Рәсәй сатираһының еңеүе тип атаны. Ә бүләкте ул Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына, шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 465 йыл тулыуға арнауын белдерҙе.
Фото: rospisatel.ru
Читайте нас