Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Февраль 2021, 16:00

Бишенсе ҡат

"...Дөмөкһә генә ярар ине хайуан! Мин булмаһам, исмаһам, башҡа берәйһе башып ярғансы һуҡһын ине – ҡасан ғына тыныс йәшәй башлайбыҙ инде..."

(Хикәйә)

Был йортто, һис шикһеҙ, күргәнегеҙ бар, йәмәғәт. Эргәһенән дә үткәнегеҙ юҡ түгел. Ана бит, магазиндан һуң һулға боролғас, ағастар ышығында торған биш ҡатлы, панель торлаҡ ишараты – совет заманының ҡотһоҙ сәләме – нәҡ үҙе, тап шул инде. Унда көн иткән кешеләр ҙә таныш һеҙгә. Бәғзеләрен күреп белһәгеҙ, ҡайһылары һеҙҙең менән, ә бәлки, яҡындарығыҙ менән бергә эшләй, тегеләрен иһә фәлән-фәсмәтән ойошмала, баҙарҙа, бассейнда, трамвайҙа осратҡанығыҙ бар. Хәйер, эш бөтөнләй унда түгел...
Июнь башына хас булғанса, йылы, матур бер кис ине. Йәшеллеккә донъя саңы ҡунып өлгөрмәгән, май ямғырҙарынан һуң саф, таҙа сифатта. Был күркәмлектәр берәүҙәрҙе дәртләндерә ҡалһа, бишенсе ҡатта йәшәгән Хәйрүш өсөн, мәҫәлән, булды ни ҙә, ҡалды ни. Бөгөн дә ул үҙе ише “арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит” тип йәшәгәндәр менән рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡора.
Хәйрүш кем һуң? Уның хәйерһеҙ зат икәнлеген, әлбиттә, әйтеп тораһы ла түгел. “Йәшел йылан” менән артыҡ дуҫлашҡанға тәүҙә эштән бушаттылар. Аҙағыраҡ ҡатыны менән балалары өйҙән сығып китте, ике бүлмәле фатирҙа ҡарт әсәһе һәм бесәйе менән генә тороп ҡалды. Тәүҙә “баш ҡатырғыстарҙан ҡотолдом, яңы тормош башлайым” тип хыялланды, тик тырышлығы буш ынтылыштарҙан һәм дивандан ары китмәне. Әсәһенең пенсияһына көн иттеләр, күңелен күптән эскегә һалған холоҡһоҙ улы менән көрәшергә ҡарсыҡтың көсө лә, хәле лә етмәне. Иң тәүҙә бесәйе сығып олаҡты, унан әсәһе лә кинәт кенә гүргә инде. Йыраҡтағы ҡаланан әсәһен һуңғы юлға оҙатырға килгән апаһы – ә уның менән бәхәсләшергә ярамай – тетмәһен теткәнсе әрләне лә шарт ҡуйҙы: әлегә Хәйрүш фатирҙа ҡала, апаһы коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙе түләй, әммә аҙаҡ, коттеджын төҙөп бөткәс, уны эргәһенә күсерә (хужалыҡта ярҙам итеп, күҙ-ҡолаҡ булып торор, йәнәһе), ә был торлаҡты апаһының ҡыҙы исеменә яҙасаҡтар. Хәйерһеҙ Хәйрүш ыжламаны ла – хыялланһын әйҙә, ҡасан төҙөп бөтә лә, ҡасан күсерә әле... Һөҙөмтәлә, апаһы ҡайтып киткәнсе бер аҙ тыныс йөрөнө лә ҡабат йөҙөп йөрөп эсә башланы. Айныған арауыҡтарҙа яҡындағы магазинда йөк бушатышты – ни тиһәң дә, тамаҡты ялғарға кәрәк.
...Шулай итеп, сираттағы табын ҡыҙғандан-ҡыҙа барған, шешәләр йәшен тиҙлегендә бушай торған, ҡырағай тауыштар ныҡ көсәйгән мәл етте. Тәүҙә хужаны – хәйерһеҙ Хәйрүште ҡунаҡсыллығы өсөн маҡтанылар, унан һуң донъяуи ҡиммәттәр хаҡында бәхәсләшә башланылар, унан иһә араҡы миҡдары менән кем кемде хөрмәт иткәнен йәки итмәгәнен асыҡланылар, әммә бер аҙ торғас, хис-тойғоларҙы, күңелдә йыйылған зарҙарҙы ташҡын ише бүҫеп сығарыр өсөн “шайтан һыуы” аҙыраҡ булғанына төшөндөләр. Подъезд халҡын көйәләндереп, дөбөр-шатыр йыйынып, тағы ла магазинға барып килделәр, ул арала төн дә етте.
Хәйрүшкә стена аша йәшәгән Леша йоҙроғон төйөп, тешен ҡыҫып, саҡ түҙеп ята ине. “Аңлай торған әҙәм түгел был Хәйрүш: йөҙмө тапҡыр полиция саҡырттылар, күрше-күлән нисә тапҡыр әрләшеп тә, дөмбәҫләп тә ҡараны – файҙаһыҙ, байрам итергә сәбәп тә, сара ла табылып тора. Дөмөкһә генә ярар ине хайуан! Мин булмаһам, исмаһам, башҡа берәйһе башып ярғансы һуҡһа ярар ине – ҡасан ғына тыныс йәшәй башлайбыҙ инде” тигән күңелһеҙ уйҙар менән күршеләге эт туйына йәне көйөп, ипотекаға алған фатирын һатып китә алмағанына әсенеп, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты.
Ниһайәт, Хәйрүштең ҡунаҡтары ла арыны: таң һыҙа башлағанда баҫҡыстан кемдәрҙеңдер аҫҡа табан арҡыс-торҡос атлап төшкәне, подъезд ишегенең асылып-ябылғаны ишетелде. Хәленән килмәгәндәре иһә, ҡайһыһы ҡайҙа йығылып, ҡотһоҙ фатирҙа иҫерешеп йоҡоға талды. Ошо йылдар эсендә күпте күргән, күпте кисергән иҫке, әммә хайран ҡалырлыҡ ныҡлы йортта буран алдынан ғына була торған шомло тынлыҡ урынлашты...
Хәйрүште генә йоҡо алманы. Бер стенанан икенсеһенә һуғылып йөрөй торғас, башына хәтәр шәп уй төштө – һыу төшөп алырға! Оҙаҡ икеләнеп торманы, һарғайып-ҡатып бөткән ванна ишаратына мул итеп йылы һыу ағыҙырға ҡуйҙы ла сисенер-сисенмәҫтән инеп тә ятты. Арыған, талсыҡҡан, бысраған тәне, йылы һыуҙың майҙай яғылыуына илерҙе, яҙылды, әммә күҙ ҡабаҡтары ауырайғандан-ауырая барҙы... Тағы бер нисә минуттан Хәйрүш хыял диңгеҙҙәрендә иҙрәй-иҙрәй алға табан гиҙә, ожмах рәхәтлеген кисерә ине инде...
... Дүртенсе ҡаттағы фатирҙағы хәлдәргә килгәндә, кис көнө, ғәҙәттәгесә, эләгешеп алдылар. Дөрөҫөрәге, бисәһе сарбайланы, ире өндәшмәне, ҡыҙы, ҡолағын баҫып, үҙ эштәре менән булды. Был ғаилә өсөн хәлдәрҙең ошондай торошо бик тә ғәҙәти күренеш ине. Мәгәр, һәр нәмәнең дә аҙағы була тигәндәй, Хәлиттең түҙемлек һауыты бүҫкәрелергә күп ҡалмағайны.
Бер ай элек пианино килтерҙеләр. Музыка мәктәбендә уҡыған ҡыҙының ҡәтғи талабы ине был. “Ике бүлмәле фатирҙың ҡайһы мөйөшөнә ҡуяһың уны?” –тигәненә ҡатыны тишерҙәй итеп ҡараны ла:
– Баланың һәләтен үҫтереү өсөн бер ни йәл түгел! Шәп булғас, ҙурыраҡ фатир ал! Яҡындарыңдың шундай шарттарҙа көн итеүе – һинең ғәйеп, – тип ауыҙын япты ла ҡуйҙы.
Музыка ҡоралын дүртенсе ҡатҡа күтәреү, эштең ҡот осҡос хаҡын түләү – барыһы ла Хәлиттең иңенә ятты, әммә ҡатыны бының тап шулай булырына шикләнмәне лә. Ғөмүмән, был йортта аҡса табыусы – тик Хәлит, ләкин был хәл берәүҙе лә борсомай, “һин тейеш, һин – ир, беҙҙең именлек – һинең намыҫта, ҡатын-ҡыҙ донъяны йәмләр өсөн генә тыуған” тигәнерәк лозунгтар менән ике яҡтан ике ҡолағын ашарға ҡатыны ла, ҡыҙы ла шәп ине. Хәлит – ҙур автосервиста баш механик, алтын ҡуллы, абруйлы белгес, “тимер ат”ын яйға һалыу өсөн кешеләр уны юллап, ҡаланан ғына түгел, башҡа райондарҙан да килә. Эше ҡатмарлы, бысраҡ, әммә төшөмлө. Шуныһы ғәжәп: нәзәкәтле ҡатыны кеҫә тултырып алып ҡайтҡан аҡсаның тир түгеп, арып табылғанын уйлап та бирмәй, иллә мәгәр иренең майға ҡатып йөрөүе уны сығарынан-сығара, хатта бик бошондорғос, күңелһеҙ уйҙарға батыра. “Минең кеүек наҙлы, сибәр ҡатын ошондай ҡара эштә йөрөгән туң йөрәкле ир менән ғүмерен заяға үткәрергә тейешме? Ниндәй ғәҙелһеҙлек!” – көн буйы сәс тарап, тырнаҡ буяп, кейем алмаштырып өйҙә ултырған, йәки магазиндар ҡыҙырған бисәкәй үҙенсә бик яфалана, күңеленә тыныслыҡ тапмай, шуға күрә ире менән һүҙгә килешергә, уның кимәле бик түбән икәнлеген ҡат-ҡат иҫбатларға тырыша ине. Үҙенең иһә бер ваҡытта ла эшләгәне булманы: атаһы менән әсәһе иркәләтеп-бәпләп кенә үҫтерҙе: университет тамамлағас, кейәүгә сыҡты. Ҡыҙы тыуғас, уны тәрбиәләү менән мәшғүл булды, төрлө секцияларға, түңәрәктәргә йөрөттө. Бала һүрәт тә төшөрҙө, балет менән дә шөғөлләнде, уҡ атып та ҡараны, шахмат, йөҙөү, бейеү һәм башҡалар менән мауыҡты. Ниһайәт, һайлана торғас, ҡатыны балаһының музыкаға һәләте барлығын аңғарып ҡалды. Шуның менән эҙләнеүҙәр тамамланды, ҡыҙҙары музыка мәктәбендә шөғөлләнә башланы. Аҡ пианино үрҙә телгә алынған ынтылыштарҙың касафаты ине.
...Ҡыҫҡаһы, бына шулай йәшәй дүртенсе ҡаттағы ғаилә. Хәҙер залдағы пианино янында ҡыҙҙары йоҡлай, ә Хәлит, йыуынып-таҙарынып алғандан һуң, мәңге ҡәнәғәтһеҙ ҡатыны янына инеп ята. Элек, исмаһам, залда ҡунып була ине.
Ана ул пианино: ялтыр аҡ буяулы, бүлмәнең яртыһын хужаларса биләп тора, яңылыш яҡын барып, ҡағылып ҡуймағыҙ – ҡатынының йөрәге шартлаясаҡ.
– Ҡыҙымдың һәләте киң һәм юғары! Ул бөйөк музыкант булырға тейеш! Ҡәҙимге проблемалар менән баланың башын ҡатырма, ваҡытын сарыфлама! Иң тәүҙә рухи йәһәттән үҫешеү зарур! Нисек инде саң һөртөргә? Уның нескә бармаҡтары яраланһа, ни эшләрһең? Уйна, ҡыҙым, уйна! Атайың кеүек эшкинмәгән әҙәмдәрҙең ҡараштары даирәһе тар була, уның беҙҙе аңламауына аптырарға түгел... Эй, хәйерһеҙ, бәғерһеҙ яҙмыш! Ни өсөн миңә шундай һынауҙар бирҙең? Күңелемдең елкенеүҙәрен бер тамсы ла аңламаған моңһоҙ әҙәм менән заяға үтә ғүмерем! – ошондайыраҡ монологтар өйҙә көн һайын тиерлек ҡабатланып тора. Уныһы ғына нимә – һөйөклө ҡатыны, нәзәкәтле кейемдәренә уралып, ҡулдарын һелтәй-һелтәй “аһ” та “ух” диванға йығылып китмәһә ярай әле... Бындай ғәмәлдәргә Хәлит элек көйә ине, хәҙер ыжламай ҙа. Тамағын хәстәрләй ҙә (ашарға бешереүсе юҡ – ҡатынының маникюры боҙола), ҡолаҡсындарын кейеп, планшеттан кино ҡарарға ултыра.
– Зиһен кимәлең ниндәй икәнлеге маңлайыңа яҙылған – кеше шундай кино ҡараймы? Рухиәт, рухиәт хаҡында уйларға, күңел аҙығын хәстәрләргә кәрәк! - ҡатынының йәмһеҙ тауышы ишетелмәй исмаһам.
...Был кистә эләгешеп алдылар, тигәйнек. Хәйерһеҙ Хәйрүштең кәмиттәренән улар ҙа “ғарҡ” туйып бөткәйне. Өҫтә табын ҡыҙа башлағас, ҡыҙы килеп пианинины асты ла бар көсөнә Бетховенды яңғырата башланы. Ҡатыны бик ҡәнәғәт ҡалды, мәгәр көн буйы эшләп, арып ҡайтҡан Хәлиткә, әлбиттә, был оҡшаманы.
– Өҫтә былай ҙа тауыш, ҡыҙым, ҡуйып тор пианиноны.
– Бер алкаштың байрам иткәнен тыңларға йыйынмайым! – тип яуапланы кире ҡыҙы.
– Булма бала менән! Юғиһә, яңы фатир хәстәрләр инең – йәшәйбеҙ теләһә ниндәй әтәргәләм араһында. Хәйер, һинең ише әҙәмдәр инде барыһы ла, нимәһенә аптырарға, – ҡатынының әсе телен эткә киҫеп ташлаһаң да, ашамаҫ, валлаһи.
– Һай-һай, шашаһың, һөйөклөм... - тине Хәлит, тешен ҡыҫып. – Хәйерлегә булһын.
– Эй, Хоҙайым! Һин миңә угрожаешь? – тип сарбайланы бисәһе. – Я это так не оставлю!
(Дауамын иртәгә ошо уҡ ваҡытта сайтта уҡырһығыҙ).
Фото: avatars.mds.yandex.net
Читайте нас