Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2021, 20:00

Шевчук тыуған яғы халҡына ниндәй бүләк эшләне?

23 февралдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарарға онотмағыҙ.

23 февраль БЮТ каналын тоҡандырырға онотмағыҙ - киске сәғәт етелә легендар "ДДТ" төркөмөнөң Республика көнөндәге концерт тамашаһын күрһәтәсәктәр.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: яҡташыбыҙ Юрий Шевчук үҙенең "ДДТ" төркөмө менән үткән йылдың 11 октябрендә Республика көнө айҡанлы "Ватан" этнопаркындағы амфитеатрҙа сығыш яһаны. Уны тыңларға Өфөнән генә түгел, Башҡортостандың төрлө ерҙәренән, хатта яҡын аралағы сит өлкәләрҙән дә йыйылдылар.
Байрам уңайынан Шевчук тыуған яғы халҡына бүләк тә эшләне - башҡортса йырлап ишеттерҙе.
Быларҙың барыһы ла - 23 февралдә БЮТ-та.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас