Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2021, 16:00

Бишенсе ҡат

“Шуның менән музыкаль яҙмышың тамам, пианино, – тип уйланы Хәлит, һис бер тамсы үкенесһеҙ. – Теге мөртәт Хәйрүштең генә эше был...”

(Хикәйә)

(Дауамы. Башын ошо һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ:
Кәйефһеҙ генә йоҡларға таралыштылар. Ҡатыны дарыуын эсте, Хәлит, әйләнә-борғолана торғас, саҡ ойоп китте. Ара-тирә өҫтәге тауыштарға уянғылаһа ла, башын ҡалҡытманы – арыуы еткәйне. Ҡыҙыҡ ҡына төш күрә: имеш, иҫ киткес матур урман буйлап китеп бара. Йәшеллек, хозурлыҡ, ҡайҙандыр шишмә сылтырағаны ишетелә. Шул сығанаҡты һис шикһеҙ барып табырға, һыуһынды ҡандырырға кәрәк... Үлән йырып алға атлай, шишмә тауышы ишетелә, ә үҙе күренмәй. Ниндәй мөғжизә был? Ни ғәләмәт? Хәлиттең йәне көйә башланы, алға ынтылды, булмышында ниндәйҙер көс, ғәйрәт барлыҡҡа килде... Аһ, ана бит! Тағы бер, ике, өс, дүрт аҙым...
Шул саҡ тертләп уянып китте. Һыҙылып ҡына таң ата икән. Ярым ҡараңғылыҡ, тауыш-тын юҡ. Тик... Теге шишмә һаман сылтырай түгелме һуң? Сөбөрләгән тауышы сыға ла баһа? Ниндәй төш был? Әллә аҡылдан яҙамы? Хәлит тороп ултырҙы, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Ысынлап та, һыу тауышы шул. Ипләп кенә залға ыңғайланы. Күҙенә салынған күренеш уны тәүҙә тетрәндерҙе, унан ҡотон осорҙо, ә бер нисә секундтан ул шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Затлы пианиноға өҫтән шаптырлап һыу ҡойола ине. Ҡәһәрең, аҡ ҡына тышы, ебеп, ҡабарып та өлгөргән, эсенә лә һыу үткәндер инде... Ҡара һин уны! Ни арала быға тиклем ғорур баҫып, бар залды хужаларса биләп торған пианино күшегеп, бәләкәсәйеп ҡалған? “Шуның менән музыкаль яҙмышың тамам, пианино, – тип уйланы Хәлит, һис бер тамсы үкенесһеҙ. – Теге мөртәт Хәйрүштең генә эше был: һыуын һүндерергә онотҡан, халыҡты батырырға булғандыр...”
Пианино, ысынлап та, йәл түгел ине уға, хатта бер тамсы ла йәл түгел. Ҡатынының мыжыуынан шул тиклем туйған, баҡтиһәң. Үҙенең ҡәҙере хатта ошо ялтыр пианононан да кәмерәк булғанын әле саҡ аңланы ла, яҡындарының ни кисерәсәген күҙаллап, көлдө лә көлдө, бер аҙҙан көлөүенә күҙ йәштәре лә ҡушылды. Үҙен, бушҡа үткән ҡәҙерле көндәрен йәлләп иланы. Уны һауын һыйыры итеп күргән, бер генә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуы, маҡсаты ҡалмаған ҡатыны менән бығаса ниңә тиктомалға ғүмер үткәргән икән? Ярар, исмаһам, ошо пианино менән үсен ҡандырһын...
Бишенсе ҡаттан ҡойолған һыу даръялай йәйелде, стеналарҙы ебетте, иҙәнде тултырҙы. Хәлиттең тауышына тәүҙә ҡыҙы уянды, еүеш диванда ултырғанын тойоп, һикереп үк торҙо. Күҙҙәрен аҡайтып, сикһеҙ асырғанып:
– Әс-сәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Дүртенсе ҡаттағы фатирҙа мәхшәр башланды. Ҡатын менән ҡыҙы береһенән-береһе уҙҙырып сеңләй, ярҙам һорап ялбара, Хәлиттең ни булһа ла эшләүен үтенә, ә өҫтән аҡҡан һыу күбәйгәндән-күбәйә, йыһаз-ғәләмәттәр еүешләнә, ҡаҡшай бара. Хәлит иһә, бер фекергә килеп, кухняға сәй хәстәрләргә сыҡты, һыуланып бөтһә лә, ҡәнәғәт йылмайып ултырғысҡа ҡунаҡланы.

* * *

Өсөнсө ҡатта инсульт кисергән ҡарт менән әбейе, уларҙың күптән түгел армиянан ҡайтҡан, ярҙам итеү маҡсатында эргәләренә күсеп килгән ейәне йәшәй ине. Бәһлеүән ҡарт – заманында таһыллығы менән генә түгел, уҫаллығы менән дә дан тотҡан цех начальнигы – әлеге хәленә һис тә күнегә алмай ҡаңғырҙы. Донъя һелкетеп, барыһына ла хужа булып, шартлата баҫып йөрө лә кинәт кенә аяҡтан йығыл, имеш. Кәүҙәһенең уң яғы бөтөнләй эшләмәй, түшәктән тороу мөмкин түгел. Уның ҡарауы, аҡылы теүәл, яҡындарының йәшәйешен белеп-күҙәтеп ята, ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә лә өлгөрә. Ғәҙәт, хужаларҙың ғәҙәте был, йәмәғәт. Дөрөҫөн әйткәндә, бәләкәй генә буйлы, һомғол кәүҙәле көләкәс бисәһенә нужа күрһәтмәне, әммә йылылыҡ та бирмәне, уның йылыһын да тойорға теләмәне ул. Ҡатыны ла, иренең уҫаллығын белеп, һүҙенән сыҡманы, ҡаршы әйтмәне, теләктәрен белдермәне, йәшәнеләр шулай ағас һәм уның күләгәһе төҫлө. Булдымы икән йырҙарҙа йырланған ҡайнар мөхәббәт, илерткес тойғолар? Бәлки, бәлки... Уны бит һәр кем үҙенсә кисерә, үҙенсә аңлай.
Бынан бик күп йылдар элек ауылдың беренсе сибәркәйе, бихисап егеттәрҙең йоҡоһон алған шаталаҡ Нурия, вәғәҙә биреп тә, башҡаға кейәүгә сығып киткәс, уға үс итеп, ике аҙна эсендә күрше ауылдан эйәртеп ҡайтҡан етем ҡыҙ бала ине уның буласаҡ ҡатыны. Өләсәй менән генә үҫһә лә, ҡайҙан белгән дә, нисек өйрәнгән тиерһең – кәләше беренсе көндән үк ирен ҡәҙерләп-хөрмәтләп торҙо, аш-һыуға оҫта булды, донъяны ла бөхтә тотто, балаларын да бынамын итеп тәрбиәләне, юҡтан тауыш сығарып ултырманы. Әгәр был урында йылмаяҡ Нурия булһа, әлеге көндәрҙе күрә алыр инеме икән? Нурия тигәс, иҫән уның беренсе мөхәббәте, дүртенсе ире менән ауылда донъя көтә... Ошондай тынғыһыҙ уйҙар менән ҡарт көндәрен үткәрә, ярай әле әбекәйе эргәһендә. Балалары – ҡайһыһы-ҡайҙа, тик был ҡалала береһе лә юҡ. Бынау ейәнгә бөтә өмөт – ҡарттарға күҙ-ҡолаҡ булып торһа, магазинға-дарыуханаға йөрөһә, йыуындырырға ярҙамлашһа, шул еткән...
Ейәнгә бәләкәйерәк бүлмәне бушаттылар, үҙҙәре залды төйәк итте. Ике урынлыҡ ҙур карауатты ҡуйғас, ҙур ғына бүлмә тығыҙайып ҡалды. Әлбиттә, егеткә кистәрҙе ҡарттар менән үткәреү бик тә күңелһеҙ, шуға күрә эштән ҡайтыу менән ул дуҫтары янына ашыға. Ә былай йомарт, хәстәрлекле. Бер көн шулай өләсәһенә кеҫә телефоны алып ҡайтҡан. Иң ябайын, төймәлеһен.
– Бына, өләсәй, телефон. Бынау йәшел төймәгә баҫһаң, шылтыратыуҙар таҫмаһында “Ейәнем” тигән яҙыу торор. Шунда уҡ тағы берҙе баҫ. Күрҙеңме, минең телефонға шылтыратыу китте? Бына шулай, бәйләнештә булырбыҙ! Бер-бер хәл була ҡалһа, мин тиҙ генә килеп етермен, – тип аңлатты.
...Был кис тә ҡәҙимге кеүек ине. Подъезд буйлап кемдәрҙеңдер туҡтауһыҙ йөрөүен, асыҡ тәҙрә аша өҫкө фатирҙа сираттағы кәйеф-сафа ҡороуҙарын иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Ейәне, тамаҡ ялғап алыу менән, урамға сығып һыҙҙы. Ҡартты ашатып, түшәген алмаштырғандан һуң, арыған ҡарсыҡ башын мендәргә терәне, оҙаҡ ҡына уйланып, тынғыһыҙ, ауыр йоҡоға талды. Бабай иһә, шым ғына ятһа ла, йоҡламаны: “Башҡа уянмаһам, ҡалай шәп булыр, ошо хәлдә ятҡансы, үлеп ҡотолғаның мең артыҡ” тигән алама, йәбешкәк уйҙар мейеһен быраулай ине.
Таңға табан буғай, әбей ҡартының боршаланып, көсһөҙ генә ыңғырашыуынан тертләп уянып китте. Аңлай алмайынса ятты – ни ғәләмәт был? Тороп утты ҡабыҙайым тиһә, уныһы эшләмәй булып сыҡты. Яйлап барып пәрҙәләрҙе тартты. Таңғы һаран яҡтылыҡ бик тә күңелһеҙ күренеште асты: өҫкө ҡаттан тыпылдап һыу аға, ҡуҙғала алмай ятҡан ҡартының тап өҫтөнә, хатта битенә тама лаһа. Ҡарсыҡ албырғап ҡалды, шунан ҡарһалан барып бабайының еүеш юрғандарын һыпырып ташланы. Ни фәтүә? Һыу аға ла аға, ҡарты ғына урынынан ҡуҙғала алмай шул... Аҙыраҡ күсерәйем тиһәң, уның ике тапҡырға ҙурыраҡ кәүҙәһенә көс етерлекме һуң? Ни эшләргә? Ни ейәне таң атҡанса әллә ҡайҙа йөрөй. “Иртәгә ял көнөм, мине көтмә” тип сығып киткәйне...
Ҡарсыҡ бабайын теге-был яҡҡа тартҡылап ҡараны, йүнләп һөйләшә алмаған ҡарт йөҙөн сирып, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Өшөй башлаған – һыуыҡ тейҙереү генә етмәй ине... Ҡарсыҡ аптырап, ары-бире йөрөй башланы, кухняға сыҡты. Ахырҙа, бер нисә пакет алып, ҡарты янына килде, шкафтан ҡоро юрған алып япты, өҫтөнә баяғы пакеттарҙы йыртып ҡапланы. Ваҡытлыса булһа ла бәләнән ҡотҡара бит! Тәҙрә тупһаһында ейәне ҡалдырған телефон ята. Ҡайһы төймәгә баҫ, тигәйне әле? Ошо йәшеленә буғай. Ике тапҡыр. Оһо, осто саҡырыу! Күп тә тормай телефондың теге осонда ейәненең борсоулы тауышы ишетелде:
– Нимә булды, өләсәй?
– Ҡайҙа һин, балам? Ҡайта һал тиҙерәк! Олатайыңды һыу баҫа!
– Нимә һөйләйһең һин, ниндәй һыу, ҡайҙан баҫа?
– Өҫтәге күршеләрҙән, ахыры. Әйҙә, тиҙерәк, олатайыңды ҡорораҡ урынға күсерергә кәрәк.
Аңлаштылар, ахыры. Бик арыу нәмә икән был телефон. Тағы ярты сәғәттән ейәне ҡайтып та инде. Бабай өшөп, тамам һыуланып бөткәйне. Байтаҡ йонсонолар, шулай ҙа икенсе урынға күсереп, тағы ла өҫтөн алмаштырып һалдылар. Былай ваҡытта бик ҡәнәғәтһеҙ булған ҡарттың бөтөнләй тауышы сыҡманы, уның ҡарауы, күҙе тулы йәш ине. Юу-уҡ, тота килеп үлеп ятырға ни! Тереләсәк әле ул, мотлаҡ аяҡҡа баҫасаҡ! Ҡарсығын етәкләп яланға сығасаҡ, һөйөклө ҡатыны, терәге-таянысы өсөн ҡосаҡ тултырып сәскәләр өҙәсәк...
Ейәне түҙмәне, эште тамамлау менән дүртенсе ҡатҡа күтәрелде. Ишекте оҙаҡ туҡылдатырға тура килмәне – әйтерһең дә, көтөп торғандар – асылып та китте һәм унан ҙур ғына сумка тотҡан күрше Хәлит күренде. Ауыҙ асып өлгөргәнсе:
– Һыу баҫамы? Беҙҙе лә баҫа, рәхим ит, – тип йылмайҙы ла, әйберҙәрен йөкмәп, һыҙғыра-һыҙғыра аҫҡа төшөп китте. Ул арала ишектән бисәһенең ялбыр башы күренде:
– Хә-әлит! Ҡайҙа бараһың, Хә-лит! Беҙ ни эшләргә тейеш? Һин һатлыҡйән! Бәлә килгәндә ни йөрәгең менән беҙҙе яңғыҙ ҡалдыраһың?!.
Егет бер төшөп киткән иргә, бер алһыу пеньюарҙағы бисәгә ҡарап торҙо ла артабан күтәрелде. Аңлағайны инде: дүртенсе ҡаттағылар – шундай уҡ ҡорбандар, бәлә башы – бишенсе ҡатта... Ул ҡотһоҙ ишеккә оҙаҡ ҡына туҡылдатып торҙо, әммә асыусы табылманы. Уның ҡарауы, башҡа күршеләр ҡайһыһы ишеккә башын тығып, ҡайһыһы быяла тишек аша Хәйрүштең фатир төбөн күҙәтте. Ә хәлдәр хөрт ине...
(Аҙағын иртәгә ошо уҡ ваҡытта төркөмдә һәм сайтта уҡый алырһығыҙ).
Фото: depositphotos.com
Читайте нас