Дүртөйлө районындағы балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары, мәҙәниәт йорттары, китапханалар белгестәре иҫәбенән 20 кеше илебеҙҙең төп юғары уҡыу йорттарында белемен камиллаштырырға әҙерләнә.
Шул уҡ ваҡытта һәләтле балалар конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һәм уларҙы “Мәҙәниәт ирекмәндәре” мәғлүмәттәр базаһына индереү йәһәтенән әүҙем эш бара. Башҡортостандағы райондар араһында “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” һәм “Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы” конкурстарында ҡатнашыу буйынса саралар ойошторола. Был конкурстарҙа ҡатнашыуға ғаризалар былтыр уҡ тапшырылғайны.
Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәсим Ямалетдинов әйтеүенсә, былтыр Иванай модель китапханаһы бөтә республика буйынса иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы тип танылған. Еңеүсе 100 мең һум алған.
"Ә “Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре” номинацияһында 50 мең һум Исмаил клубының художество етәксеһе Ирина Мөхәмәтшинаға тапшырылды", – тине Рәсим Ямалетдинов.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru