(Аҙағы. Башын, дауамын ошо һылтанмалар буйынса уҡырға мөмкин:
Ә икенсе ҡатта йәшәгән яңғыҙ ҡатынға бөгөн танышы килде. Дөрөҫөн әйткәндә, бер тапҡыр кейәүгә сығып, ауыҙы бешкәс, ир-атты урап үтә ине ул быға тиклем. Балаһы ла бәләкәс, туҡтауһыҙ сирләй – ир ҡайғыһымы ни бында? Әммә бынау Әсләм әрһеҙ булып сыҡты: бер мәжлестә танышҡайнылар, сат йәбеште лә ҡуйҙы, өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Мин яуаплы вазифа биләйем, ғишыҡ-мишыҡҡа ваҡытым юҡ. Балам бар – үҙеңә тиң ҡыҙҙар бөткәнме? Атайың-менән әсәйеңде уйла – кеше ҡалдығына өйләнергә йөрөйһөң, тип әйтәсәктәр.
Әсләмде һыуындырыр өсөн нимә тип кенә әйтмәһен, “минең тормошта береһенең дә эше булмаһын” тип яуап бирҙе лә икенсе ҡаттағы фатирға һуҡмаҡты таҡырайтыуын белде уныһы. Ҡарап торһаң, ипле генә һымаҡ – бөхтә, хатта артығы менән; килгән һайын ул-был күстәнәстән өҙмәй; илтифатлы һөйләшә, эшләгән урыны бар. Ятаҡта тора тороуын... Уныһы ла проблема түгел, әммә нимәлер һаман тота, сикләй ине ҡатынды. Икенсе яҡтан, шәхси бәхет хаҡында ҡайһы гүзәл зат хыялланмай? Барыһының да яҡлаулы, һаҡлаулы булғыһы, ышаныслы арҡаға ышыҡланғыһы килә...
...Ҡосаҡлашып ятҡан был икәүҙе әлеге лә баяғы бишенсе ҡаттағы “даръя”ның тамсылары уятты. Әлбиттә, дүртенсе ҡатҡа эләккән “ташҡын” бында уҡ килеп етмәгәйне, шулай ҙа тып-тып тамған тамсы тауышы иртәнге тынлыҡта ҡолаҡты ярырҙай булып яңғырай.
Әсләм башта албырғап ҡалғайны, әммә бик йәһәт һикереп тороп, тиҙ-тиҙ генә кейенә башланы.
– Ҡәбәхәттәр! Һыуҙы ла яба белмәйҙәр! Башҡаларҙы уйлау юҡ! Мотлаҡ судҡа бирергә, матди зыянды ҡаплатырға кәрәк! Ҡәҙерлем, бер нәмәгә лә ҡағылма. Хәҙер полицияға хәбәр итәбеҙ, торлаҡ-коммуналь идаралыҡтан белгес саҡыртабыҙ, барлыҡ зыянды иҫәпләтәбеҙ! – тип ҡыҙҙы ғашиҡ ир. – Күрһәтәбеҙ беҙ уларға!
Ишек төбөнә йүгереп килде лә, эленеп торған еңел курткаһына, күн туфлиҙарына һыу тейгәнен күреп, оторо ярһып:
– Ай-яй-яй! Германия һынлы Германиянан яҙҙырып алған курткам юҡҡа сыҡҡан! Был аяҡ кейемен ни эшләтәм мин хәҙер? Уның хаҡы күпме икәнен беләһеңме? Ай-ай-яй! Ниндәй бәхетһеҙлек! – тип яр һалды.
Хужабикә өндәшмәне. Ваннаға инеп иҙән йыуғысын алды, тасты эләктерҙе. Уныһын тамған урынға ҡуйып торһа, иҙәнде лә ҡоротоп алырға кәрәк. Эшкә йыйынаһы ваҡыт та етеп килә...
Ул арала Әсләм зыр әйләнеп өҫкә менеп төштө. Өсөнсө, дүртенсе ҡаттағы ишектәрҙең асыҡ торғанын абайлап, тауыш килгән урынға, бишенсе ҡатҡа, күтәрелде. Унда бер-береһен йөҙгә танып белгән, әммә былай саҡта аралашмаған, бөгөн иһә уртаҡ бәлә берләштергән күрше-күлән йыйылғайны. Әсләм өҫтәгеләр һыу менән ҡойондорғанда ниндәй хоҡуҡтар менән файҙаланырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, нисек судҡа бирергә һәм башҡа файҙалы, әммә әлеге минутта һис урынһыҙ ғәмәлдәр тураһында һөйләгәс, кире икенсе ҡатҡа, һөйгәне янына төштө. Уны хужабикә ишек төбөндө көтә ине:
– Ҡайт, Әсләм, бөгөнгә, йөрөмә ваҡыт сарыфлап. Аҙаҡ һөйләшербеҙ, юҡһа миңә донъяны йыйыштырырға кәрәк, улымды баҡсаға алып бараһым бар.
Әсләм туфлиҙарын йәлләй-йәлләй кейеп (һыуланғас, киңәйә инде!), донъяның ғәҙелһеҙлегенә зарланып ҡайтып китте. Хужабикә, уның артынан ишекте япҡас, күкрәк тултырып еңел һулап ҡуйҙы – ҡайһылай ҙа ауыр икән Әсләм янында тын алыуы!
Ҡатын шул тиклем арығанлығын һиҙҙе. Ниндәйҙер ялған, көсләп тағылған киләсәкһеҙ тормош ағымына төшкәнен, бына хәҙер, ошо минутта уҡ унан ысҡынмаһа, өйөрмәгә эләгәсәген, ә унан ҡотолоу юлы табылмаясағын тәне генә түгел, йәне менән дә асыҡтан-асыҡ тойҙо, бар булмышы менән ошо ирҙең бөтөнләй икенсе “ҡамыр”ҙан булыуын, бергә йәшәй башлаһалар, һәр көнө ҡағыҙҙағы отчет кеүек, теүәл билдәләмәләрҙән һәм аныҡ күрһәтмәләрҙән торасағын аңланы. Әсләм, имеш. Бәлә башы тап шул ир йоратында икән дә. Быға тиклем уның ни тиклем ваҡсыл, иҫәпсел әҙәм икәнен нисек күрмәгән? Әллә күрһә лә иғтибар итмәгәнме? Һөйләгән хәбәрҙәре, һис шикһеҙ, аҡыллы, дөрөҫ кеүек, тик уларҙан ни эшләп хаҡлыҡ түгел, ә кенәселек еҫе сыға? Һорауҙарға яуаптар эҙләйһе бар. Ә әлегә иҙәндәге һыуҙы ҡороторға, әйберҙәрҙе ҡотҡарырға кәрәк. “Ҡалғаны үҙ яйына хәл ителер, ғәйеплеһе лә табылыр”, – тип ҡатын эшкә тотондо.
Подъезд тамам уянды, халыҡ бишенсе ҡатҡа менде-төштө, асыулы тауыштар менән фекер алыштылар, ишекте меңенсе ҡабат ҡаҡтылар, балта менән емереп инергә лә ниәтләп бөттөләр. Һыуҙан зыян күрмәгән яҡта йәшәүселәр зыян күреүселәрҙе бик тә йәлләне, хәйерһеҙ Хәйрүште эттән алып эткә һүкте, күптән берәй сара күрергә кәрәклегенә ишараланы.
– Ярай әле һыу менән генә ҡотолһаҡ! Ә ут сығарһа, йортто яндырып ебәрһә? Әстәғәфирулла тәүбә! – тип яр һалды подъездың иң әүҙем “старший” ҡарсығы Валентина Матвеевна. Ниһайәт, кемдер полиция, “Ашығыс ярҙам”, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тотондо. Таңғы тыныс ҡаланы сирена геүелдәүе менән һиҫкәндереп, улары ла тиҙ генә килеп етте. Ҡыҙыҡһыныуын тыя алмаған халыҡты тар ғына майҙансыҡтан ҡыуып төшөрҙөләр, ишекте махсус бысҡылар менән емереп астылар. Эскә тәүҙә ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре инде, арттарынан табиптар эйәрҙе. Һыу, даръя булып, һаман аға ине. Ваннаның ишеге шар асыҡ. Ике бүлмәләге иҫке дивандарҙа иҫ белмәйенсә йоҡлап ятҡан заттар күҙгә салынды. Уянғандарының, әлбиттә, ҡунаҡтарҙы күреп күҙе аҡайҙы, әммә тауыштары сыҡманы. Ниндәйҙер бәләгә тарығандарын, “пахмурҙан” булһалар ҙа, яҡшы аңлай ине кисә теттереп байрам иткән әҙәмдәр.
Тыштан күҙәтеүселәр, тын да алырға ҡурҡып, эстән яңылыҡ көттө. Полиция участковыйы иң тәүҙә үрелеп кранды япты, унан әсенеүле йылмайыу менән:
– Был шайтанға нимә булһын инде? Үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты көслө ҡәбәхәттең. Бер ҙә үлгеһе килмәй икән – батмаған бит ваннала, әйләнеп төшкән нисектер... Эй, тор, тим, бисура, тор! Карабың ярға килеп етте. Ҡулдарын килештереп, яңаҡ аҫтына ҡыҫтырған бит әле, хәстрүш! – тип аяҡ осо менән иҙәндә, бысраҡ сепрәк-сапраҡ өҫтөнә башын терәп, сабыйҙарса иҙрәп йоҡлаған Хәйрүшкә төрттө.
Ишек төбөндә торған “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәре, яңылыҡ көткәндәргә боролоп:
– Көймәгеҙ, нимә булһын һеҙҙең “яратҡан” күршегеҙгә – ул теп-тере. Ана, айнып та бөткән үҙе, – тип белдерҙе.
Халыҡ, әлбиттә, инеп, Хәйрүште өҙгөләп ташларға әҙер ине, мәгәр, хоҡуҡ һаҡлаусыларға һылтанып, фатирҙарына таралышырға мәжбүр булды, сөнки көн оҙонона теүәлләйһе эштәре күп ине әле. Шулай ҙа Хәйрүштең иҫән булыуына эстән генә шатландылар: төн буйы тере кеше йыуылған һыу менән ҡойоноу барыбер яҡшыраҡ та инде...
...Был бер кислек тарих нимә менән бөттө тиһегеҙме? Хәҙер һөйләйем. Хәйрүшкә күршеләренән эләкмәне түгел, бик ныҡ эләкте. Бишенсе ҡатта аҙ ғына шикле хәрәкәт һиҙелдеме, полиция саҡыртып аптыраттылар, күмәкләшеп апаһына шылтыраттылар, тиҙ арала килеп, ҡәбәхәт ҡустыһы менән матди сығымдарҙы ҡаплауҙы талап иттеләр. Әллә туҡтауһыҙ зарланыуҙарҙан арыны, әллә намыҫы уянды – апай кеше бер көн ысынлап та килеп төштө, барлыҡ күршеләр менән осрашып, сығымдарҙы баһаланы, аҡса таратты. Шунан фатирҙы бикләне лә, Хәйрүште эйәртеп, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡайтып китте.
...Дүртенсе ҡаттағы Хәлит башҡаса ҡатынына әйләнеп тә ҡараманы: уның бөтмәҫ талаптарынан, сикһеҙ мыжыуынан шул тиклем арығайны. Бисәһе иһә илап та, ялбарып та, ҡурҡытып та ҡараны, судҡа бирәм, тип тә ярһыны. Ҡыҙы ла әсәһенең йырын йырланы, әммә Хәлит ҡаты торҙо. Уға былай ҙа ошо туймаҫ бисә янында уҙған көндәре уғата йәл ине. Ҡыҙы иһә үҫә килә аңлар әле, аңламаһа – мәйеле... Әлегә алименттарын түләп торһа, ара-тирә аралашһа, шул еткән. Пианиномы? Суҡынып китһен пианиноһы – ни ҡылғандарҙыр, ҡыҙыҡһынғаны булманы. Эстән генә хәйерһеҙ Хәйрүшкә рәхмәт уҡыны: әгәр ҙә шул йүнһеҙ эт туйы ойоштормаһа, ғүмере заяға уҙғанын аңламаҫ, аңлаған хәлдә лә, ҡыйыулығын йыйып, сығып китә алмаҫ ине Хәлит...
...Өсөнсө ҡаттағы ҡартмы? Аяҡҡа баҫыуын баҫманы, әммә хәстәрлекле балалары махсус коляска һатып алып бирҙе, ейәне, ҡарсығы менән тышҡа ла сыҡҡылап керҙе. “Йәшерәк саҡта ҡарсығымдың ҡәҙерен белеп бөтмәгәнмен икән” тигән үкенес ҡартты эстән оторо кимерҙе, әлбиттә, хатта ҡаты сир кеүек ауыр һынау ҡыҙыу ҡарттың холҡон да яйға һалды, тик әйтер һүҙҙәрен еткерерлек итеп теле генә асылманы. Эхх, булғандың ҡәҙерен ваҡытында белергә, әйтер һүҙҙәрҙе ваҡытында яңғыратырға кәрәк икән шул, ҡәҙерле дуҫтар...
...Икенсе ҡаттағы фатирға Әсләм тағы килгәйне, ҡатын уға ишек асманы – йөрөмәһен башҡа йән көйҙөрөп... Социаль селтәр аша ғына яҙҙы: “Башҡа ваҡытыңды әрәм итмә, беҙҙең юлдар уртаҡ түгел. Элекке иремдең кредит бурыстарын түләүҙе йөкмәттеләр – мөхәббәт ҡайғыһы юҡ”. Аҙаҡҡы һөйләм, әлбиттә, ялған ине, мәгәр ваҡсыл Әсләмде берәгәйле һыуындырырға бик тә етте – башҡа борсоп торманы.
Ах, онотоп торам, беренсе ҡатта ни булды, тиһегеҙме? Юҡ, беренсе ҡаттағы фатирҙы ла иҫләйем, әлбиттә. Хәйерһеҙ Хәйрүш ойошторған мәхшәрле кистә унда бер кем дә юҡ ине – хужалары күптән күсеп, һатырға ҡуйылған торлаҡ булғанға. Барлыҡ йортто тетрәндергән ваҡиғаларҙан һуң бер ай самаһы үткәс, тауарҙы күрһәтергә килгәйнеләр. Ишекте асҡас та танауҙарына еүеш еҫ килеп бәрелгәнен, түшәмдәрҙә-стеналарҙа кипкән һыу эҙҙәре ҡалыуын аңлатып тормайыҡ. “Улай икән... Уйларбыҙ, ҡарарбыҙ, кәңәшләшербеҙ”, – тип килгән кешеләр тиҙ генә һыпыртыу яғын ҡараны, хужа иһә, дөрөҫлөк эҙләп, өҫкө ҡатҡа менеп китте... Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе тарих, башҡа кәлимә, ваҡыт булғанда, уныһын да бәйән итербеҙ, бәлки...
...”Аннушка майҙы түктеме әле, юҡмы?” Иҫләйһегеҙме? Бөйөк Булгаковтың үлемһеҙ әҫәрендә ишара яһалғанса, тормошта һәр хәл-ваҡиға үҙ-ара бәйле тигәнгә, һәр ҡылыҡ өсөн яуап бирергә тура киләсәгенә, Йыһанға ниндәй сәләм ебәрһәң, шундай яуап аласағыбыҙға иманым камил. Шикләнәһегеҙме? Мин дә теүәл генәһен белмәйем, төрлө яҡлап уйланам, әлбиттә. Аныҡ ҡына аңлатма табырыма ла ышанып бөтмәйем... Шулай ҙа ғибрәт ҡылырлыҡ, фәһем алырлыҡ хәлдәр күп тирә-йүндә, йәмәғәт.