Дүртөйлө районының Иҫке Яндыҙ ауылы клубына капиталь ремонт яһала. Күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәсимә Ямалетдинова әйтеүенсә, Иҫке Яндыҙ клубында реновация 2023 йылға планлаштырыла. Әле дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған да инде.
"Ауыл клубын төҙөкләндереп кенә ҡалмаясаҡтар, бинаның тирә-яғындағы ҙур биләмәне лә тамырынан үҙгәртәсәктәр. Клубтың яңырыуы Иҫке Яндыҙҙа сәнғәт йүнәлештәрен үҫтереүгә лә этәргес бирер тип ышанабыҙ, сөнки ауылда оҫталар ҙа, таланттар ҙа етерлек", – тине Рәсимә Ямалетдинова.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарын үҙ эсенә ала. Уға ярашлы, төпкөлдәге ауылдар халҡы ла мәҙәни тармаҡҡа бәйле күп төрлө ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.