Күптән түгел билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында сәнғәт оҫтаһының “Һинең ҡурай моңло ла, һинең ҡурай серле лә” тип аталған юбилей кисәһе үтте. Бында уның ижадташ һәм сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡатнашты.
40 йылдан ашыу ғүмере Башҡорт дәүләт филармонияһына бағышланған уның. Әле лә туған коллективында хеҙмәт итеп, башҡорт милли уйын ҡоралы – ҡурайҙы популярлаштырыуға, яңы быуын ҡурайсыларын үҫтереүгә күп көс һала билдәле ҡурайсыбыҙ. Азат Айытҡоловтың исеме музыка сәнғәтен үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Ул – Дания, Финляндия, Монголия, Афғанстан, Перу, АҠШ, Канада, Испания, Португалия, Австралия, Яңы Зеландия, Сингапур, Бельгия, Австрия, Германия, Швейцария, Төркиә кеүек илдәрҙә Башҡортостан данын яҡлап, сит халыҡтарҙы башҡорттоң моңло хазинаһы – ҡурай менән таныштырыуға тырышлыҡ һалған шәхес.
Тәбиғәттән бирелгән моңдо тоя белеү һәләте, сағыу талант, импровизациялау оҫталығы, ижади ҡомар ҡурайсыға күп төрлө еңеүҙәр килтерҙе.
Бөгөн Азат Айытҡолов – филармония йәштәре өсөн ижади остаз да. Атаҡлы ҡурайсы уларҙы маһирлыҡҡа, ҡурай моңо серҙәренә өйрәтеп, бай ижади тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
...Арҙаҡлы ҡурай оҫтаһының юбилейына арналған тамаша башҡорт халҡының гимны булып танылған “Урал” менән асылып китте. Халыҡтың быуаттарға һуҙылған данлы-шанлы тарихын сағылдырған, үҙен башҡорт тип таныған һәр кемдең йөрәгендә рух ҡалҡаны булып балҡыған был моңға тамашасы, әлбиттә, тыныс ҡала алманы. Халыҡ ҡоралдары милли оркестрына ҡушылып бер төркөм ҡурайсылар башҡарған башҡорттоң тиңһеҙ хазинаһын зал аяғүрә баҫып тыңланы.
Ҡурай оҫтаһының ғүмер байрамы халыҡ сәнғәте, ҡурай тантанаһына әүерелеп, күңелдәрҙе илһамландырҙы. Бер-бер артлы ағылған башҡорт халыҡ көйҙәре тамашасыны һағышҡа ла һалды, рух, ҡан хәтерен яңыртты, ғорурландырҙы ла.
Билдәле ҡурайсының халыҡ сәнғәтен һаҡлауға, артабан дауам итеүгә һалынған хеҙмәте республикабыҙ етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланды: сәхнә оҫтаһына Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Башҡорт ҡурайын сит илдәрҙә лә яңғыратып, уның XXI быуатта ла үҙенең тәғәйенләнешен юғалтмаҫлыҡ оло хазина булғанын, заман менән тиң атларға хаҡы бар икәнен раҫлауға хеҙмәт иткән оҫтаның ғүмер байрамына бағышланған тамаша рух күтәренкелеге байрамына әүерелеп, күңелдәрҙә ифрат йылы, мөҡәддәс тойғолар уятты.