Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 08:00

Аҫабалар рухын уятып

Билдәле шағирә Лариса Абдуллинаның "Аҫабалар рухы" китабының исем туйы үтте. Ул ысын рух байрамына әүерелде.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә, Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, журналист, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” исемле яңы китабының исем туйы үтте.
Лариса Абдуллина – хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенең иң көслө фигураларының береһе, ул шиғриәт һөйөүсегә үҙенең киң ҡоласлы, төрлө темаларҙы, төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған ижады менән яҡшы таныш. Уның яңы китабын тоғро уҡыусылары түҙемһеҙлек менән көттө.
Түңәрәк өҫтәл, уртаға һалып һөйләшеү форматында ойошторолған исем туйына Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле сатирик Марсель Сәлим, билдәле шағирә Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллинаның тыуған яғы Дәүләкәндән “Дим” әҙәби берекмәһе вәкилдәре, “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре, балалар яҙыусылары Миңлегөл Тайсина, Гөлнара Мостафина, Башҡорт дәүләт университетының Учалы ҡалаһындағы вәкәлләте директоры, доцент Зилә Рәхмәтуллина, милли китапхана хеҙмәткәрҙәренән тыш, Zoom видеоконференцияһы аша Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларындағы китапханасылар ҙа шаһит булды.
Сарала китапҡа ла, уның авторына ҡарата ла бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны.
“Лариса – Дәүләкәндең йөҙөк ҡашы. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Дәүләкәнде һөйләп, данлап йөрөй. Уны яратмау мөмкин түгел.
Ларисаны мин бәләкәй сағынан беләм. Шундай кескәй, яғымлы ғына ҡыҙ шундай бейеклеккә күтәрелгән икән – бының менән ғорурланмау мөмкин түгел. Уның кеүек ҡатындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Остазлыҡ, шағирәлек, етәкселек – ул барыһын да бергә йөкмәп бара”, - тине Дәүләкәндәге “Дим” әҙәби берекмәһе етәксеһе, шағирә Миңзәлә Хәлилова, һәм уның киләһе образлы сағыштырыуы йыйылғандарҙы йылмайтып ебәрҙе, – “Бульдозер кеүек”.
Миңзәлә Хәлилованың ҡотлауҙарына берекмәнең башҡа вәкилдәре лә ҡушылды, ә Зәки Әлибаев был уңайҙан тап дәүләкәндәрҙең, меңлеләрҙең тыуған ерҙәренә, ундағы күренекле шәхестәренә булған һөйөүен, ваҡытлы ихтирамын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
“Үҙемдең район тарафынан иркәләнгән яҙыусымын”, – тине Лариса Абдуллина үҙе лә.
“Ларисаны электән, әле Лариса Абдуллина булып китеүенә тиклем үк беләм. Ул бөтә ергә лә өлгөрә”, – тине үҙ сығышында Марсель Сәлим. Йылы һүҙҙәрҙән, ихлас теләктәрҙән тыш сатирик Лариса Хашим ҡыҙы етәкләгән “Аҡбуҙат” балалар баҫмаһы хаҡында ла иҫтә ҡалырлыҡ һүҙҙәр әйтте: “Барыһы ла “Аҡбуҙат”тан башлана. Аҙаҡ ҡалын-ҡалын китаптар уҡырлыҡ кешеләр тап ошо журналдан башлай”.
“Лариса кеүек фиҙакәр ижад иткән кеше бармы икән?” – тигән риторик һорау менән башланы сығышын шағирә Зөлфиә Ханнанова, – “Беҙҙең өсөн тәүлегенә 24 сәғәт булһа, уның өсөн тәүлегенә 36 сәғәт. Ул күп ижад итә, әле был сыҡҡан китаптағыларҙын тыш та егерме табаҡлыҡ шиғырҙары бар”.
Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы Лариса Абдуллинаның шиғриәт, журналистиканан тыш фән менән дә шөғөлләнеүен, фәнни хеҙмәттәр яҙыуын, ярты йыл эсендә “Аҡбуҙат” журналының тиражын 5000 алдырыусыға тиклем арттырыуын, үҙе тирәһендә йәштәрҙе туплап йөрөтөүен, уларға ихлас ярҙам ҡулы һуҙыуын, башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй кимәленә сығарып, Башҡортостанда “Лиффт” әҙәби журналын баҫтырыуын да әйтеп үтте һәм сығышы һуңында ижадташ әхирәтенә шиғыр арнаны.
“Заманында халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев үҙҙәре тирәләй тотош әҙәбиәт мәктәбе төҙөгән – йәш быуынды шиғриәт донъяһына әйҙәгән. Был һыҙат Лариса Хашим ҡыҙына ла хас”, – тине Зәки Әлибаев.
Лариса Абдуллинаның шиғриәт ҡаҙанында үҙе генә ҡайнап ҡалмай, ә ошо тулҡынға ылыҡҡан йәш ижадсыларҙы ваҡытында күреп, уларҙы ла был сихри донъяға әйҙәүенә үҙем шаһит – йәш быуын шағиры булараҡ шиғриәттә ҡыйыр-ҡыймаҫ тәүге аҙымдарымды атлағанда, тап уның төплө кәңәштәре, үҙ-үҙемә ышаныс уятыуы ҙур этәргес булды.
Хәйер, бер мин генәме икән? Тиҫтерҙәш ижадташ дуҫтарымдың һәр береһенә лә етә уның иғтибары, йылы һүҙе.
“Лариса менән БДУ-ла уҡығанда ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зилә Рәхмәтуллина, – “Дуҫтар олоғая килә һирәгәйә, ә беҙҙе бәйләгән ептәр өҙөлмәгән, быға бик шатмын".
“Аҫабалар рухы” китабы бик урынлы, ваҡытында сыҡты, сөнки беҙҙе алда ҙур сара – Халыҡ иҫәбен алыу көтә. Аҫабалыҡ рухына тоғро ҡалабыҙ икән, тимәк телебеҙҙе лә һаҡлайбыҙ тигән һүҙ”.
Сығыштар араһында Лариса Абдуллина “Аҫабалар рухы” йыйынтығынан шиғырҙар уҡыны.
“Башҡорттоң ырыуы, һөйләше төрлө булыуы мөмкин, шулай ҙа, беҙ барыбыҙа ҙа башҡорттар. Шәйехзада Бабич та “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” тип яҙа, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла ла тап башҡорттарға уҡыу кәрәк тип өндәшә, Рәми Ғарипов та башҡорт теленә арнап “Мин халҡымдың сәскә күңеленән, бал ҡортондай ынйы йыямын” ти”, – тине ул, барыбыҙҙың да бер милләттән икән, ниәттәребеҙҙең бер, изге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Лариса Абдуллинаны ижадындағы мөһим ваҡиға – китабының исем туйы менән хеҙмәттәштәре – “Аҡбуҙат” журналы вәкилдәре лә ихлас ҡотлап, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
“Уның энергияһы үҙенә генә түгел, бар редакцияға етә. Уның эргәһендә янып эшләмәү мөмкин түгел”, – тине журналдың бүлек мөхәррире Гөлнара Мостафина.
Милли китапхана хеҙмәткәре, был сараны ойоштороуға булышлыҡ иткән Шәүрә Абдрахманова сара һуңында бар йыйылғандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сараны шағирә нескә лирика – мөхәббәт шиғыры менән тамамланы.
Күңелдәр яҡынлығын, фекерҙәр берҙәмлеген, ниәттәр изгелеген тойоу өсөн ҙур шөһрәтле залдар, юғары, пафослы һүҙҙәр кәрәкмәй. Ысын талант бындай күренештәр аша иҫбатлау ҙа талап итмәй.
Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” китабының исем туйы ысынында рух байрамы булды, ә уның әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан яратҡан шағирә булыуына уның шиғырҙарының олоһо ла, кесеһе лә тарафынан уҡымлылығы шаһит.
Автор фотолары.
Читайте нас