Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 14:30

Ауыҡ-Бүләктәр концерт ҡараны

Күсмә мәҙәни үҙәктәр төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә мәҙәни ял бүләк итә.

Тәтешле район мәҙәниәт йорто артистары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынған автоклуб ярҙамында Ауыҡ-Бүләк ауылы халҡына сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, мауыҡтырғыс уйындар, бәйгеләр берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
“Ауыҡ-Бүләк халҡы районға автоклуб һатып алыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай. Артистар бөгөн беҙгә күркәм байрам ойошторҙо”, – тине Бәҙрәш ауыл биләмәһе башлығы Радик Шәйнуров.
Әйткәндәй, былтыр “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә биш автоклуб һатып алынғайны, быйыл иһә йәнә биш муниципалитет күсмә клубтарға эйә буласаҡ. Күсмә мәҙәни үҙәктәр төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә мәҙәни ял бүләк итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас