Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 10:44

Игелек йырсыһы

Бөйөклөккә ябайлыҡ юлдаш.

Бәләкәй генә Сәлих-Туҡай ауылы урамы буйлап һап-һары сәсле, кескенә ҡыҙыҡай йүгерә. Урманға килеп терәлгәс, ул туҡтап ҡала. Абау! Ниндәй бейек ағастар! Улар баштары менән зәңгәр күкте терәп торған кеүек тойола. Талғын ғына иҫкән ел япраҡтарҙы һыйпап уҙа, елдең иркә наҙынан иҙерәгән сәскә-үләндәр ҡыҙыҡайҙы баш эйеп сәләмләй.


Әҙер йырсы килгән!..


– Хәйерле көн, Зөһрә! – тип өндәшкәндәй күгәрсен күҙҙәре, аҡ сәскәләр.
Күкрәгенә һыймаған ҡыуаныс тойғоһонан Зөһрә йырлап ебәрә. Үҙе һикерәндәй-һикерәндәй, зифа ҡайындарҙың аҡ олондарын иркәләп һыйпай-һыйпай ағастар араһынан үтә, уның йырына япраҡтар сыңы ҡушыла, ҡоштар кескәй йырсыға сырҡылдашып сәләм бирә...
Ниндәй һоҡланғыс был донъя! Йөҙ, мең төҫкә инеп һуштарҙы алған ҡыр-урмандар, аҡ болоттарға уранған зәңгәр күк, хуш еҫле сәскәләрҙе ҡуйынында тибрәткән болон – былар барыһы ла уның тыуған яғы, йәнтөйәге. Бер тынға ғына йырлауҙан туҡтап тороп, Зөһрә ҡоштар моңона ҡолаҡ һала. Улар ҙа бәхетле, улар ҙа донъяға хайран ҡалып баға. Мәңге-мәңге бөтмәһен ине ошо матурлыҡ. Ошо ғәжәйеп хозурлыҡты бер нәмә лә боҙмаһын! Өлкәндәрсә етди уйҙарға сумған ҡыҙыҡай әсәһенең тауышын ишетеп, хыял ҡанаттарынан ергә төшә.
– Зөһрә-ә! Балам, һин ҡайҙа?
– Мин бында, әсәй, урман эсендә.
– Ҡайт, балаҡайым, ашарға.
Ғаиләлә бишенсе ҡыҙ булып донъяға килгән Зөһрә, ата-әсә наҙын татып, заманына күрә бәхетле бала саҡ кисерә. 1951 йылдың апрелендә яҡты донъяға ауаз һалғанында атаһына – 45, ә әсәһенә 43 йәш була. Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ғазаптарын татып, тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтҡан атаһы, балалары өсөн оло яуаплылыҡты бер үҙенең иңдәренә йөкмәгән, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда ал-ял белмәй тир түккән әсәһе кинйәкәйҙәрен айырыуса наҙлы һөйөү менән ярата. Улар бер ваҡытта ла ҡыҙҙарының иркен сикләмәй, “улай бул, былай бул” тип аҡыл өйрәтмәй, әммә өлкәндәрҙең ипле, намыҫлы, татыу тормошон күреп үҫкән балалар ата-әсәләге иң матур сифаттарҙы үҙенән-үҙе үҙләштерә, улар өлгөһөндә тәрбиәләнә.
– Әсәйем дә, атайым да дин тотто. Хәтеремдә, намаҙҙы мөгәрәпкә төшөп уҡырҙар ине. Диндең ҡаты тыйылған мәле ине шул. Бөгөн мин, шөкөр, үҙемдең Аллаһҡа һыйыныуымды берәүҙән дә йәшермәйем, намаҙҙа булыуымды ла беләләр. – Зөһрә ханым моңһоу ғына йылмайып ҡуя. – Ғүмерем буйы мине тыуған йорттоң йылылығы, ғәзиз кешеләремдең һөйөү наҙы оҙатып бара. Әсәйем мөнәжәттәрҙе бик моңло башҡара ине. Уның мейес яғыуы, көйләй-көйләй икмәк бешереүе күҙ алдында. Өйгә йылылыҡ менән бергә әпәкәйҙең хуш еҫе тарала... Тәүге сәхнәм дә өйҙәге һике булды. Үҙемде йырсы итеп хис итәм дә йырлап ебәрәм. Күрше-күлән килеп инә. “Ҡара әле, көйө менән йырлай бит әле ул”, – тип аптырашҡан булалар, ҡат-ҡат һорап йырлаталар. Кемеһелер арҡамдан ҡаға, кемдер башымдан һыйпай, хуплайҙар, маҡтайҙар. Ауылдаш апайҙар, инәйҙәр шул рәүешле күңелемде үҫтереп тәрбиәләне. Унан ауыл сәхнәһенә күстем. Беренсе алҡышлауҙар артист булырға тигән хыялымды көсәйтеп ебәрҙе. Ә әсәй менән атай олоғая, улар эргәһендә лә ярҙамсы кәрәк. Шуны иҫтә тотоп, Ҡазан медицина колледжына керҙем.
Ләкин йырсы булыу теләге шул хәтлем көслө, Зөһрә бер юлы консерваторияла шөғөлләнә башлай. Консерваторияла ректор булып Нәжиб Йыһанов эшләй, ул ҡыҙҙың халыҡсан, моңло тауышын, уға тәбиғәттән һирәк осрай торған һәләт бирелеүен шунда уҡ тойоп ҡала. Йәһүд профессор иһә Зөһрәнең музыка училищеһын да бөтмәйенсә, ҙур оҫталыҡ менән эстрада йырҙарын ғына түгел, халыҡ көйҙәрен дә башҡарыуына иҫ-аҡылы китә. Бығаса булмаған хәл: консерваторияға әҙер йырсы килгән!


Тормошто, халыҡты яратты...


Зөһрә Сәхәбиеваға Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Зөләйха Хисмәтуллинала уҡыу бәхете тейә.
– Хәйҙәр менән шул йылдарҙа таныштыҡ та инде. Икебеҙ ҙә әҙерлек бүлегенә килгәнбеҙ. Күрәм: мөһабәт кәүҙәле, сибәр, тулҡынланып торған ҡуйы сәсле егет. Тәү ҡарауҙан ғашиҡ итерлек. Ә ул минең бәләкәй буйлы булыуыма иғтибар иткән. Бик сағыу ҡиәфәтле ине Хәйҙәр. “Опера йырсыһы буласаҡ!” – тип, Нәжиб ағай, булмаған урынды булдырып, уны уҡырға алған.
Хәйҙәр Бегичевтың үҙенсәлеге шунда: ул бер үк ваҡытта опера арияларын иҫ киткес юғарылыҡта башҡара алыусы “Отелло” һәм халыҡсан йырсы. Һирәк осрай торған күренеш. Мәғәфүр ағай Хисмәтуллинды хәтерләгеҙ. Юғары дәрәжәләге опера йырсыһы һәм милли моң башҡарыусыһы.

– Хәйҙәр йырламайынса тора алманы, һәр даим эш өҫтөндә булды. Тормошто һәм кешеләрҙе яратты. Халыҡты яратты. Бөтә драматик тенор партияһын күтәрҙе. Ауырлыҡтарҙы күп кисерҙек. Талант ҙур булған һайын, уның яҙмышы ла ҡатлаулыраҡ, башына төшкән хәсрәттәр ҙә күберәк.

Миңә йыш ҡына: “Зөһрәкәйем, һиңә минең арҡала ла эләгә инде”, – ти торғайны. Яҙмыш тарафынан ҡыйнала-ҡыйнала философҡа әйләнәһең. Икәү-ара фекер алышҡанда бер-беребеҙҙең рухын күтәрергә тырыштыҡ. Был донъяға ни өсөн килеүен, ниңә йәшәүен дә аңламайынса китеүселәр ҙә бар бит. Шуны хәтергә төшөрәһең дә шөкөр итәһең. Ҡыҙғаныс, Хәйҙәр генә бик иртә китте. Ә унан һаман көнләшәләр. Ялған ғәйбәт менән түбәнһетергә тырышалар. Уның рухын рәнйетеүҙән һаҡлау – ул минең бурысым. Архивын туплап бөтөрҙөм. Дискылар сығарҙым. Уның хаҡында китап яҙҙым. Уға бағышлап концерттар ойошторам. Ҡазанда һәм Мәскәүҙә юбилейҙарын үткәрҙем. Егерме ике йыл инде ул юҡ янымда.
Әммә мин һаман Хәйҙәрҙе тере итеп тоям. Минең таянысым ул булды, үҙем дә тормош юлдашыма терәк булырға, ауыр саҡтарында уны аңларға, ярҙам итергә тырыштым. Отелло партияһын башҡарғандан һуң Хәйҙәр бер нисә килоға кәмеп ҡайта ине, – тип хәтирәләргә бирелә Зөһрә.

Ошо урында Татарстандың халыҡ артисы Зөһрә Сәхәбиева менән әңгәмәмде бер аҙ кисектереп, үткәндәргә күҙ ташлағым килә. Беҙҙең ғаиләлә, мин бала саҡта, китап һәм музыка хакимлыҡ итте. Ул замандарҙа патефон һәм плас­тинкалар була торғайны. Һуңғараҡ патефонды ҙур ғына радиола алмаштырҙы. Ә пластинкалар төрлө телдә: башҡортсанан башлап татар, ҡаҙаҡ, рус, инглиз телдәренә тиклем. Ғүмәр Әбделмәнов, Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакировтарҙың ҡабатланмаҫ моңо менән дә әлеге пластинкалар аша таныштым.
Ә инде үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында осраҡлы ғына Хәйҙәр Бегичев менән Зөһрә Сәхәбиеваның Өфөләге концертына барып эләктем. Һәм икеһенә лә ғашиҡ булып ҡайттым. Һуңынан инде мин уларҙың йыр-моңонан айырылманым. Ғәжәйеп матур пар ине улар: тормошта ла, сәхнәлә лә. Ә инде 2004 йылда танылған опера йырсыһы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Марат Шәрипов ойошторған Болғарға сәйәхәттә ҡатнашыу бәхете тейгәс, ул сәфәрҙә Зөһрә Сәхәбиеваның үҙе менән яҡындан танышҡас, минең өсөн бәхет йәйғоро ҡалҡҡандай булды. Баҫалҡы һәм ябай, ихлас һәм ипле Зөһрә ханым менән тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ.
Теплоходта күп кенә билдәле шәхестәр бар ине: йырсы-һандуғасыбыҙ Фәриҙә апай Ҡудашева, ғалим Суфиян Сафуанов, йырсы-шағир Рәмил Сурағол, буласаҡ сәхнә йондоҙо Илһам Вәлиев, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар улдары Айнур менән (Айнур мәрхүм ысын музыкант-виртуоз ине), шағирә Дилә Булгакова, “Башҡорт аштары” китаптарының авторы, барлыҡ ғүмерен йәмәғәт туҡланыу өлкәһенә арнаған Индүсә Арыҫланова һәм башҡалар. Сәйәхәт Хәйҙәр Бегичев иҫтәлегенә бағышланғайны.
Зөһрә Сәхәбиева иһә үҙенең алсаҡлығы, мөләйемлеге менән арбаны. Мәрхүм Хәйҙәр Бегичев, башҡорт һәм татар мәҙәниәте, әҙәбиәте, ижад һәм тормош хаҡында күп һөйләштек.
– Әҙәбиәт менән сәнғәт уҡыусынан, тамашасынан алдараҡ барырға тейеш, сөнки улар кешелә юғары әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүгә саҡырылған, – тигәйне шул саҡ Зөһрә ханым. – Һәр концертымда тәрбиә темаһына ҡағылырға тырышам, күп ваҡыт хатта йәштәр ҙә ҡәнәғәт булып ҡала. Ғөмүмән, ижад кешеһе халыҡ зауығын боҙмаһын ине. Юғиһә, әҙәбиәттә кендектән түбән һүрәтләүҙәр менән уҡыусы иғтибарын йәлеп иткән әҫәрҙәр күбәйҙе, театрҙа ла шул хәл, ни көйө, ни һүҙҙәре күңелгә ятмаған “йырҙар” ишетергә лә тура килә. Ә ғаиләгә килгәндә инде, ата-әсә баланы үҙ үрнәгендә тәрбиәләргә бурыслы. Бала бәйләнсекле нотоҡто ҡабул итмәй.


Ундайҙар һирәк осрай


Башҡортостан халҡы Зөһрә Сәхәбиева менән Хәйҙәр Бегичевты һәр саҡ көтөп алды. Уларҙың концертында зал гелән шығырым тулы булыр ине.

– Хәйҙәр Башҡортостанды бик яратты. Бында дуҫтарыбыҙ ҙа күп, тамашасылар йыш ҡына башҡорт композиторҙарының йырҙарын һорап йырлата. “Уйыл”, “Буранбай”, “Эскадрон” башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы. Заһир ағай Исмәғилевтең “Салауат” операһын өйрәнеп бөткәйне, башҡарып өлгөрмәне.
Икебеҙ ҙә Хөсәйен Әхмәтов, Роза Сәхәүетдинова ижадына күп тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Хөсәйен ағайҙың “Тыуған ауылым” йырын татарҙар айырыуса яратып тыңлай. Йыр-моңға сик юҡ, музыка телен бөтәһе лә аңлай. Ә башҡорт менән татар – бер-береһенә иң яҡын халыҡтар. Аллаһ юҡҡа ғына беҙгә бер үк моң бирмәгән: был һынау. Һәм беҙҙең бер-беребеҙҙе яратмаҫҡа, ихтирам итмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ. Хәйер, бөтә халыҡты ла Аллаһ яратҡан, тимәк, бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә һәйбәт мөнәсәбәттә булырға тейеш. Татар менән башҡорт айырыуса...
Халыҡ йырсыһы, тәү нәүбәттә, йырҙың һүҙҙәренә иғтибар итә. Йыр һүҙҙәре ысын шиғриәт булырға тейеш – ул шундай фекерҙә.

– Йырҙың өс авторы бар, шағир һүҙҙәренә композитор көй һала, йырсы иһә уға йән өрә. Башҡарыусы үҙ ижадына талапсан булһа, еңел-елпе, мәғәнәһеҙ һүҙ теҙмәһенә яҙылған моңһоҙ йырҙы алмаҫ.
– Һеҙҙеңсә, ижад кимәлен, талантты нимә билдәләй? – тип һорамай түҙмәнем.
– Халыҡ мөхәббәте. Бер ниндәй юғары исем йә премиялар билдәләмәй талантты. Сара Садиҡова ғүмер буйы йөрәктәрҙе тетрәтерлек йырҙар яҙҙы, ә бына композиторҙар берлегендә торманы. Союзға һуңынан ғына алдылар, ә бит ниндәй көйҙәр ижад итте, музыкаль драмалар, оперетталар ҡуйҙы! Шакир Мәжитов хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Уның оло таланты союзда тороу-тормауына бәйләнмәгән. Йәнә әйтер инем. Хоҙай әҙәм балаһына ауыр һынауҙар бирә. Ул һынауҙарҙы дөрөҫ ҡабул итеү мөһим.
Хәйҙәр китеп барғас, шағирҙар миңә гел үлем тураһында шиғырҙар бирә башланы. Йәнәһе, минең өсөн генә яҙылған. Минеңсә, моң яҡты булырға тейеш, ә һыҡтау түгел. Илау – ул күңел сафланыуы, ә бөлөү түгел. Шулай ҙа Хоҙайҙан ялбарып йәшәргә кәрәк: ҡайғы күрһәтмәһен. Хәйҙәр менән беҙгә бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килде: ике балабыҙҙы ерләнек. Шөкөр, Айрат улыбыҙ иҫән-һау, ғаиләһе бар, ике ейәнебеҙ үҫә. Улыбыҙ музыканы бик ярата, айырыуса классик әҫәрҙәрҙе. Бармаҡтары оҙон, шуға күрә йә пианист, йә дирижер булыр был малай, ти торғайнылар. Хәйҙәр Айраттың сәнғәт юлын һайлауын теләмәне.
Бөгөн дә халыҡ артисы илһамланып ижад итә: көйҙәр яҙа, китаптар сығара, концерттар ойоштора. Ике тапҡыр хажға ла барып ҡайтты. Бөгөн ул оҫта мөнәжәт башҡарыусы булып та танылды.
– Саф күңелле, үҙенсәлекле кеше ул Зөһрә, – ти уның хаҡында яҡын әхирәте, шағирә Дилә Булгакова. – Беҙҙең дуҫлыҡҡа теүәл 22 йыл. Ҡайһы ваҡыт ҡайғы ла берләштерә кешене. Танышып киткәс, шул асыҡланды: минең иптәшем Зәки Насиб улы менән Хәйҙәр Бегичев 1998 йылда бер көндә, хатта бер сәғәттә вафат булған. Егерме йылдан ашыу дуҫбыҙ, ә Зөһрәнең яңынан-яңы гүзәл сифаттарын асам үҙемә. Ете шиғырыма көй яҙҙы, йырҙары күңелгә үтерлек. Һоҡланғыс кеше.
Бынан ике йыл элек Зөһрә Сәхәбиева Италияла булып ҡайтты. Оҙаҡ йылдар Рим ҡалаһында йәшәгән опера һәм эстрада йырсыһы, Ҡыр­мыҫ­ҡалы егете Рәфис Хөснөтдинов Ғабдулла Туҡайҙың юбилейына арнап кисә ойошторғайны, Зөһрә ханыма махсус саҡырыу ебәрҙе. Йырсы үҙ программаһы менән барҙы. Һәләтле йырсы Гүзәл Ғәбиҙуллина ла моңло йырҙары менән сит илдә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙе генә түгел, итальяндарҙы ла әсир итте ул сәфәрҙә. Ул үҙе менән бер сумаҙан сәк-сәк алғайны күстәнәскә, барыһы ла кинәнеп ауыҙ итте ризыҡтан.
Зөһрә Сәхәбиеваның сығыштарын йыраҡ Италия ерендә лә көслө алҡыштарға күмделәр.
– Һеҙҙә йырсы ниндәй тәьҫорат ҡалдырҙы? – тип ҡыҙыҡһындым Гүзәлдән.
– Иҫ киткес яҡты шәхес, – тине ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр бик һирәк.
Замандашым, тиңдәшем, яратҡан йырсым Зөһрә Сәхәбиева... Уның ижади уңыштары мине лә шатландыра. Киләсәктә лә яңынан-яңы йырҙары, китаптары менән ҡыуандырһын – шуны теләйек.

Читайте нас